Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ноябрь 2023, 19:34

Тыуған көнө менән ҡотланылар

"Трактор" дүртенсегә "Салауат Юлаев"тан еңелде.

Тыуған көнө менән ҡотланылар
Тыуған көнө менән ҡотланылар

1961 йылдың 25 ноябрендә Өфө хоккей командаһы беренсе рәсми уйынын уҙғара. "Салауат Юлаев” Рәсәй чемпионы булды, Гагарин кубогын яуланы.

Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккей командаһы тыуған көнөндә үҙенең көйәрмәндәренә бик шәп бүләк эшләне. Улар Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының сираттағы уйынында «Трактор»ҙы еңде - 4:0. 

Был осрашыуҙа Данил Башкиров, Джошуа Ливо, Владислав Ефремов һәм Александр Хмелевский гол индерҙе.

Өфө клубы әле Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында 35 матчта 43 мәрәй менән дүртенсе урынды биләй. Силәбе командаһы 35 уйында 40 мәрәй менән етенсе баҫҡыста.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 ноябрҙә Континенталь хоккей лигаһының «Салауат Юлаев» даими чемпионатының киләһе матчында Өфөлә «Лада» менән уйнай. 27 ноябрҙә «Трактор» Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һын ҡабул итә.

Фото: Салават Юлаев | Хоккейный Клуб | Уфа

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: