Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Спорт
28 Ноябрь 2023, 14:22

Афарин!

Бөрйән егете Мәскәү келәмен яуланы!

Афарин!Афарин!
Афарин!

Бөрйән районынының Байназар ауылынан Рәдис Байназаров «Top fight» халыҡ-ара турнирында профессиональ алышта еңеү яуланы. Яҡташыбыҙ Үзбәкстан спортсыһы менән көрәшкән һәм ваҡытынан алда еңеп сыҡҡан.

— Мәскәүҙәгe бер туған ағайым Рәмис һәм ҡустым Рәфил турнирға әҙерләнергә һәр саҡ төрлө яҡлап ярҙам итә! Ҙур рәхмәтемде белдерәм, – ти көрәшсе егет.

Рәдистең иҫәбендә — дүрт еңеү! Еңелеүһеҙ алға табан бара. 

*Top-fight — халыҡ-ара кимәлдә ярыштар үткәргән промоушен.

https://vk.com/wall-19539250_10500

Автор:
Читайте нас