Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Декабрь 2023, 14:50

Данил - чемпион!

Егерме йәшлек башҡорт егете Кикбоксинг буйынса донъя кубогы ярыштарында ла, Европа беренселегендә лә беренсе урындар яулаған  данлыҡлы спортсы.

Данил - чемпион!
Данил - чемпион!

Егерме йәшлек яҡташыбыҙ Данил Ямалитдинов Кикбоксинг буйынса донъя кубогы ярыштарында ла, Европа беренселегендә лә беренсе урындар яулаған  данлыҡлы спортсы. Ошо көндәрҙә  Пермь ҡалаһында үткән алыштарҙа уңышлы сығыш яһап, хәҙер инде икенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы итеп танылды.

Урал физкультура университетында (Силәбе) белем ала, Учалы ҡалаһының “Патриот” клубында шөғөлләнә. Тренерҙары – Денис Ямалитдинов, Артем Бобров һәм Тимур Заманов.

-Техника йәһәтенән ныҡ камил, тәнгә лә көслө, рух яғынан да ҡаҡшамаҫ спортсы. Рәсәй чемпионатында ни тиклем конкуренция ҡаты икәнлеген күҙ алдына килтерәгеҙҙер инде,  әммә беҙҙең Данилға тиңдәр табылманы! – тип маҡтай өйрәнсеген Тимур Алик улы. Бындай ҡаҙаныштар бик күп өлөштә тренерҙарға ла бәйле. Әйткәндәй, Денис Айҙар улы Ямалитдинов юҡҡа ғына  2018, 2021 йылдарҙа  Башҡортостан Республикаһының кикбоксинг буйынса иң яҡшы тренеры, тип танылманы,  2021 йылда шулай уҡ БР Спорт министрлығының “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренер” исеменә лә лайыҡ була.

“Патриот” клубында әлеге мәл 120 тирәһе малай-егеттәр кикбоксинг серҙәренә төшөнә, Данил  кеүектәр өлгө алырҙай маяҡ булып тора уларға.  Чемпионды ла, уны әҙерләгән тренерҙарын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Илфат ЯНБАЕВ.

Учалы районы

Автор:
Читайте нас: