Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2023, 15:42

“Ынтылырлыҡ үрҙәр бар!”

Бөгөнгө көндә Илсур иСХАҠОВ ике тапҡыр донъя чемпионы титулын яулаған: 2022 йылда Төркиәлә — 65 килограмм ауырлыҡта,  2023 йылда Италияла 60 килограмм ауырлыҡта беренселекте бирмәй.

“Ынтылырлыҡ үрҙәр бар!”
“Ынтылырлыҡ үрҙәр бар!”

Йөҙләгән күҙҙәр һиңә генә текәлгән. Донъя чемпионы исеменә тағы бер генә аҙым, тағы бер генә ынтылыу ҡалды... Инде үҙеңдең исемең өсөн генә түгел, Рәсәй спортсылары исеме өсөн дә көрәшергә тейешһең. Ә ҡаршыңда — бер тапҡыр ҙа еңелмәгән спортсы. Нисек ошо ваҡытта артҡа сигенмәҫкә? Нисек баҙап ҡалмаҫҡа?..

“Кем менән көрәшкә сыҡҡаның мөһим түгел, иң мөһиме уйҙарыңда еңеү булһын, — тигән фекерҙә шахбоксы Илсур ИСХАҠОВ. — Мин һәр ярышҡа донъя чемпионатына әҙерләнгән кеүек әҙерләнәм, шуға рингта физик яҡтан да, мораль яҡтандан да  ныҡлы булып сығам.”

Ысынлап та, шулай фекерләмәйенсә, үҙ көсөңә ышнамайынса спортта ҙур еңеүҙәргә өлгәшеп тә булмайҙыр. Юҡҡа ғына Илсур Сабир улы шахбокс буйынса донъяла иң яҡшыларҙың береһе түгелдер.

 - Атайым физкультурник булғас, ғаиләлә бөтәбеҙ ҙә спортсы, – тип көлә 25 йәшенә шахбокс буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы булып өлгөргән Илсур.

Илсур Исхаҡов Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Сабир Сабит улы физкультура уҡытыусыһы ғына түгел, шахматсы ла, армспорт, гер спорты, көрәш менән дә шөғөлләнгән кеше. Әсәһе Миңзәлә Ишморат ҡыҙы мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй икән.

Бәләкәйҙән спорт менән мауығып үҫһә лә, ун беренсе класты тамамлауға Илсур бөтөнләй спортҡа бәйле булмаған һөнәр һайлай.

- Ғаиләлә бер физкультура уҡытыусыһы еткән, — тип йылмая ул. — Тәүҙә мин програмист һөнәрен йә хәрби институт һайларға уйлағайным. Әммә бер туған ағайым эргәһенә, ул уҡыған факультетҡа инергә булдым.

ТУЛЫҺЫНСА "ШОҢҠАР"ҘЫҢ 12-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫРҒА БУЛА. 

Автор:
Читайте нас: