-7 °С
Болотло
2024 йылда Гагарин кубогы өсөн алыштан төшөп ҡалғандан һуң "Салауат Юлаев" командаһының иң яҡшы һөжөм итеүселәрҙең береһе Саша Хмелевски был уңышһыҙлыҡтың сәбәбен аңлатты.
- Ауыр, әлбиттә. Беҙҙең серияны еңерлек осраҡтар булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, плей-офтың был раундында уңышҡа өлгәшә алманыҡ. Күрәһең, тейешенсә яҡшы уйнамағанбыҙ, шуға ла еңә алманыҡ, - тине ул.
Контракты тамамланғас, үҙенең киләсәге тураһында аныҡ яуап бирмәй. "Бында ике йыл уйнаным, миңә бик оҡшаны. Әммә ошо ауыр еңелеүҙән һуң, әлегә бер нимә лә әйтә алмайым".
Фото: https://vk.com/hcsalavat