Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Март , 12:27

Афарин, Азалия!

Башҡортостан боксеры еңеү яуланы.

Афарин, Азалия!
Афарин, Азалия!

Башҡортостан боксеры Азалия Әминева Нефть илдәре кубогында еңеү яуланы. Был хаҡта республиканың спорт министрлығы хәбәр итә. Финалда Азалия Әминева Белоруссиянан Дарья Лецко менән алышта алдынғылыҡты бирмәне.

Кисә ярымфиналда яҡташыбыҙ Ҡаҙағстан спортсыһы Милана Сафронованы еңде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ»мәғлүмәт агентлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Нижневартовскиҙа Социалистик Хеҙмәт Геройы Фарман Сәлмәнов иҫтәлегенә бокс буйынса Нефть илдәре кубогы үтте. Турнирҙа 16 яҡын һәм алыҫ сит илдән 165 спортсы ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас: