Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Июль , 19:43

Һай, афарин, Рәфис!

Бөгөн “Алан” ҡушаматлы саптарында Хәйбулла районының Степной ауылынан Рәфис Тазетдинов республика ярыштарында 2-се урынға лайыҡ булды!

Һай, афарин, Рәфис!
Һай, афарин, Рәфис!

Хәйбулла районының Степной ауылынан 9 йәшлек Рәфис Тазетдинов сираттағы еңеүе менән ҡыуандырҙы. Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөнөң Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» халыҡ-ара ипподромында сираттағы спорт көнө үтте. Бында халҡыбыҙҙың мәшһүр «Аҡбуҙат» эпосы призына башҡорт тоҡомло аттар араһында ярыштар үтте.  

2400 метр аралыҡта үткән ярыштарҙа “Алан” ҡушаматлы саптарында Степнойҙан Рәфис Тазетдинов (И.Тазетдинов КФХ-һы) 2-се урынға лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ!!! Киләһе ярыштарҙа ла уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Әйткәндәй, Рәфис быға тиклем һабантуйҙа, шулай уҡ Генерал Миңлеғәле Шайморатов призына һәм "Салауат йыйыны" ХХ республика фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолған ат-спорт ярыштарында башҡорт тоҡомло аттар араһында ярыштарҙа 1-се урындар алғайны. Ә “Урал батыр” башҡорт эпосы призына ярыштарҙа 2-се урын яуланы. 

Ҡотлайбыҙ, киләһе ярыштарҙа ла уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

 "Хәйбулла хәбәрҙәре" сайтынан алдынды.

Автор:
Читайте нас: