Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Октябрь , 14:04

Фиджитал - өр яңы спорт төрө

"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы дауам итә. Әле Көрәш һарайының залында фиджитал спорт тураһында презентация бара. 

"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы дауам итә. Бөгөн фестивалдең икенсе көнө. Әле Көрәш һарайының залында фиджитал спорт тураһында презентация бара. Фиджитал спорт - классик спорт, киберспорт һәм цифрлы технологиялар менән тоташҡан күренеш. Ябайыраҡ әйткәндә, физик һәм киберспорт дисциплиналарын берләштергән уйын. Бөгөнгө презентацияла фиджитал спорттың кешегә нисек тәҫьир иткәне тураһында һөйләйҙәр. Ул физик әүҙемлекте цифрлы технологиялар менән берләштерә, мотивацияны күтәреүҙе һәм психологик именлекте яҡшырта.

Фиджитал - өр яңы спорт төрө
Фиджитал - өр яңы спорт төрө
Автор:
Читайте нас: