+7 °С
Болотло
Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса бөтә Рәсәй турниры асылды. Быйыл ярышта илдең 16 төбәгенән 250-нән ашыу спортсы ҡатнаша.
Ярышты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов менән республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов сәләмләне.
Фото: Фәһим ӘХМӘРОВ