Хәйбулла районының Федоровка ауылы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында райондың данын яҡлай. Конкурс сиктәрендә төрлө фәһемле һәм файҙалы саралар даими ойошторола.
Кисә ауылда «Беҙҙең йәштәр» район патриотик фестивале гөрләп үтте. Дуҫлыҡ байрамына әүерелгән сарала Федоровка, Әбүбәкер, Бүребай ауылдары, Ивановка, Маҡан, Әбеш, Таналыҡ, Яңы Ергән, Өфө ауыл биләмәләренән 9 команда төрлө мауыҡтырғыс ярыштарҙа ҡатнашып, сәмләнеп ярышты, рәхәтләнеп күңел асты.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән флешмобта ҡатнашҡандан һуң, ҡыҙыҡлы командалы эстафеталарҙа көс һынашты, "яралыны" ташыны, автоматты йыйҙы һәм һүтте, төрлө хәлдәрҙә беренсе ярҙам күрһәтеүҙә белемдәрен күрһәтте. Әлбиттә, бындай конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашыу үҙ бер мәртәбә - улар йәштәрҙе үҙ-ара аралаштырып, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итеп, һәммәһенә лә яҡшы кәйеф, көс-дәрт өҫтәне.
Фестиваль йыр-моң менән дауам итеп, һәр командаларға бүләктәр, сертификаттар һәм дипломдар тапшырыу менән тамамланды. Иң күп мәрәйҙәр йыйып, Бүребай командаһы еңеү яуланы, 2-се урынға - Әбүбәкерҙәр лайыҡ булды, ә 3-сө урынды Таналыҡ ауыл биләмәһе егеттәре һәм ҡыҙҙары алды.
«Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите сайтынан.