Спорт
12 Февраля 2025, 09:35

Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға яҙһын!

Өфөнән республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Морат Бастанов классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы.

Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға яҙһын!Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға яҙһын!
Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға яҙһын!

Өфөнән республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Морат Бастанов классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Был хаҡта Орджоникидзе районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Морат Бастанов мөмкин булған 9 мәрәйҙең етәүһен йыйып, 17 йәшкә тиклемге егеттәр араһында беренсе урынды алды. Еңеү уға лайыҡлы награда ғына түгел, халыҡ-ара рейтингтың артыуына килтерҙе (+52 пункт).

«Морат шахмат менән өс йыл элек шөғөлләнә башланы. Йәш шахматсы 100-ҙән ашыу рейтинг турнирында ҡатнашып, спорт мастерлығына кандидат исемен алды. Уның уңыш сере – ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, командалыҡ рухы», – тип хәбәр итә муниципалитет хакимиәте.

Классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионаты финалы Сочиҙа үтте. Унда 1000-дән ашыу шахматсы ҡатнашты. Турнир 9 турҙа үтте.

Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға яҙһын!
Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға яҙһын!
Автор:
Читайте нас