Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Апрель 2025, 11:22

Афарин, яҡташтар!

Башҡортостан көрәшселәре Ҡазанда көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында һигеҙ миҙал яуланы.

Афарин, яҡташтар!
Афарин, яҡташтар!

Башҡортостан көрәшселәре Ҡазанда көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында һигеҙ миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Турнир Рәсәйҙең 43 төбәгенән 200-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе, унда төрлө ауырлыҡ категорияларында 10 комплект награда уйнатылды. Айнур Сираев 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙалға лайыҡ булды. Бронза призерҙар – Рубин Раджабов (60 килограмм), Рөстәм Кәшәфетдинов (65 килограмм), Евгений Зиязов (75 килограмм), Артур Зөлҡәрнәев (80 килограмм), Денис Ускомбаев (85 килограмм), Турал Азимов (130 килограмм) һәм Мансур Юлтимиров (130+ килограмм).

Ил чемпионаты призерҙары 5-7 июлдә Мәскәүҙә Донъя кубогында ҡатнашыу өсөн юллама алды.

Автор:
Читайте нас