-6 °С
Ҡар
Өфө ҡалаһында үҙенсәлекле портреттар эшләү оҫтаһы Евгения Сковарт каратист Эрнест Шарафутдиновтың портретын эшләгән. Бының өсөн рәссам буяуҙар һәм ҡылҡәләм менән ҡағыҙға һүрәт төшөрөп ултырмаған. Ә спортсының миҙалдарын ҡулланған һәм туғыҙ сәғәт эсендә был эште башҡарған.
Эрнест Шарафутдинов Ереванда үтәсәк Европа чемпионатында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Спортсыға ла, рәссамға ла уңыштар теләйек!
Фото интернет селтәренән алынды.