Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Декабрь 2025, 21:54

Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай

Бөгөн – Рәсәйҙә хоккей көнө. Ата-әсәһе лә уйын алдынан өгөт-нәсихәт биреп ваҡыт әрәм итмәй. Боҙға сыҡҡансы: “Башҡорт икәнеңде онотма!” – тиеү ҙә етә уға.

Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай
Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай

Тимерхан Рафиҡовҡа дүрт йәш самаһында ата-әсәһе ниндәйспорт төрөнө бирергә икән, тип баш ваталар. Улдарының көслө, етеҙ, һау-сәләмәт булып үҫеүен теләй улар. “Салауат Юлаев”тың көйәрмәндәре булараҡ, бер мәл уларҙың сираттағы уйынын ҡарап ултырғанда “Өс йәштән малайҙарҙың хоккей уйнарға саҡырабыҙ” тигән иғланды күреп ҡалалар һәм ике лә уйлап тормайынса, Тимерханды “Өфө” хоккей клубына күнекмәләргә алып киләләр. Бына хәҙер алты йыл дауамында ул боҙҙан айырылғаны юҡ.

“Беҙ бер нәмәгә тотонһаҡ, илке-һалҡы йөрөүҙе яратмайбыҙ, әллә килеп сыға,әллә юҡ тигән уйҙарға юл ҡуймаҫҡа тырышып улыбыҙ ҙа, беҙ ҙә бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Көс тигәндән бында физик көслө булыу ғына етмәй. Таңғы биштән тороп тренировкаларға йөрөргә ихтыяр көсө, еңелеүҙәрҙе кисерергә рух көсө лә кәрәк. Хоккей иң ҙур сығымдар талап иткән спорт төрө тиҙәр бит инде. Килешмәйсә булмай. Яҡшы, брендлы экипировка ҡиммәт тора. Тик башлаған ваҡытта тотонолған кейемдәр менән сикләнергә була. Улар бик ҡиммәт тә түгел, тороштары ла яҡшыны табып була. Спорт баланы физик, мораль яҡтан тәрбиәләй. Ысын ир-егет булып үҫә. Балаһы спорт мн шөғөлләнгән ата-әсәнән дә күп нәмә тора. Сөнки уның режимына яраҡлашырға, дөрөҫ туҡланыуын тәьмин итергә тейешһең”, - ти Тимерхандың әсәһе Гөлсәсәк Мәхәмәҙғәле ҡыҙы.

"Өфө" хоккей клубына ярты йыл самаһы йөрөгәс, "М.Азаматов исемендәге спорт мәктәбе"ндә боҙҙа шөғөлләнеүен дауам итә. Унда йыл ярым самаһы булғандан һуң, "Салауат Юлаев" спорт мәктәбенә һайлап алына. Ике йыл элек, Тула өлкәһендәге Новомосковск ҡалаһында урынлашҡан Борис Михайлов исемендәге хоккей академияһына саҡырыу ала. Әлеге көндә "Рязань-ВДВ" спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Ҡайҙа барһа ла, улдарына терәк-таяныс булған ата-әсәһенә лә Өфөнө, эш урындарын ҡалдырып, күсергә тура килгән. Тимерхан хоккейҙан башҡа шахмат, шашка уйнарға ярата, өҫтәл теннисы ла уйнай. Ҡағыҙҙан киҫеп оригами эшләргә лә әүәҫ, тарих менән дә ҡыҙыҡһына. Көнөнә икешәр тренировка булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы уҡырға ла өлгөрә, һәр эшенә етди ҡарай.

Ун йәшлек Тимерхан Рафиҡов көслө хоккейсы ғына түгел, рухлы үҫмер егет тә. Девизы: “Башҡорттар бер ваҡытта ла бирешмәй”. Ата-әсәһе лә уйын алдынан өгөт-нәсихәт биреп ваҡыт әрәм итмәй. Боҙға сыҡҡансы: “Башҡорт икәнеңде онотма!” – тиеү ҙә етә. Киләсәктә Рәсәйҙең хоккей тарихында Тимерхан Рафиҡовтың исем-фамилияһы алтын хәрефтәр менән яҙылыр әле.

Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай
Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас