Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар , 21:00

Батырхан, ысынлап та, батыр икән!

Ауырғазынан 15 йәшлек уҡсы Батырхан Ғайсин Ҡаҙағстанда традицион уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа ике алтын миҙал яуланы. Ҡотлайбыҙ, малаҙис, Батырхан!

Батырхан, ысынлап та, батыр икән!
Батырхан, ысынлап та, батыр икән!

 

Ауырғазы районынан 15 йәшлек уҡсы Батырхан Ғайсин Ҡаҙағстанда традицион уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа ике алтын миҙал яуланы. Йәш спортсының һоҡланғыс еңеүе тураһында хакимиәт башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов хәбәр итте.

Батырхан Ғайсин Талбазы ауылының спорт мәктәбендә Фәһим Ғайсин етәкселегендә шөғөлләнә. 2024 йылда ул 13-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатының бронза призеры булды.

Батырхан 71 тапҡыр уҡтан атыу буйынса республика чемпионаты пьедесталына күтәрелеүе хаҡында һөйләне.

«Республика беренселектәрендә 71 тапҡыр беренсе урынды алдым. Халыҡ-ара ярыштар юғары кимәлдә үтте, оҡшаны», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Батырхан.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-01-27/yunyy-luchnik-iz-bashkirii-vzyal-dva-zolota-na-turnire-v-kazahstane-4552477

 

Фото: видеонан скриншот / Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдиновтың телеграм-каналы

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас