Кисә “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексының саңғы базаһында Филипп Федорович Кургаев иҫтәлегенә 51-се республика саңғы ярышы үтте. Күптән йолаға әүерелгән был сараға бөтә республиканан табиптар: башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар, студенттар, уҡытыусылар, шулай уҡ урта медицина һәм фармацевтика хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Быйылғы йылда ярышта ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылды: стартҡа 64 команда һәм 346 спортсы баҫты. Улар араһында өлгөлө ғаилә Миңлегөл менән Азат Тайсиндар ҙа бар. Улар йыл да ҡатнаша.
“Атайыбыҙ үҙе эшләгән стоматология поликлиникаһында спорт буйынса яуаплы булараҡ, командаһы менән йыл да ҡатнаша. Уға ярҙам итергә, ҡеүәтләргә, саңғыла йөрөргә йыл да барабыҙ. Ғаиләләр ярышында иһә быйыл беренсе тапҡыр күмәкләп саңғыла йүгерҙек”, - ти Өфө районының Шамонин ауыл урта мәктәбе уҡыусылары Ғабдрахман менән Гөлнәзирә.
Табиптарҙы бергә йыйыу менән бергә, һаулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеүсе, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур.