12 март көнө Байназар мәктәбенең боҙ майҙансығында районыбыҙҙа тәүге тапҡыр айырым спорттың ҡатмарлы бер төрө - конькиҙа фигуралы шыуыу ярышы үткәрелде.
Ярышты ойоштороуға йүнәлеш биреп, был матур башланғысҡа йән өрөүсе - район тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән ярыш проекты авторы, 19 йыл элек районыбыҙҙа Хоккей уйынына, ярыш булараҡ, нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев старт бирҙе. Иң тәүҙә, физкультура уҡытыусылары менән кәңәшләшеп, ҡыҙҙарҙы йыйып, был спорт төрөнөң үҙенсәлектәре, маҡсаты менән таныштырҙы, ойошторолошо хаҡында һөйләне.
Артабан уҡыусы ҡыҙҙарға талаптар, дөйөм, махсус, техник ҡағиҙәләр менән ҡайтанан таныштырылды.
Күңелгә яҡшы ял биреүсе музыка аҫтында өҫтәмә элементтар, яңғыҙ, парлы фигуралы шыуыу буйынса ярыш ирекле йөрөү, комбинациялы аҙымдар яһау, өйрөлөү, парлы йөрөү, боҙҙағы спорт бейеүен башҡарыу кеүек төрҙәрҙе үҙ эсенә алды.
Тәүгә генә үткәрелеү менән бәйле, башлап китеү өсөн хәрәкәттәрҙе ирекле башҡарыу алынды.
Боҙҙағы фигуралы шыуыу ваҡыты 3 минутҡа ҡаралған ине. Уҡыусы ҡыҙҙарҙы дәртләндереүгә көйәрмәндәр - тамашасылар, үҙенең туғандары, тренеры, ата - әсәһе, уҡытыусыһы һәм башҡа яҡындары килделәр.
Уңайлы биҙәлешле өҫ кейемендә, ҡулдарына бирсәткә кейеп, уйын барышында, инструктажға ярашлы, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, ихлас күңел менән ҡатнашты ҡыҙҙар.
Ярыш алдынан үткән күнекмәләр ҙә уйында ҡатнашыусыларға ныҡ ярҙам иткәндер: һәр яҡтан уйлап, ярышта еңеүсе булыу өсөн һәр береһе тырышты.
Байназар мәктәбендә тәүге тапҡыр үткән ярышта парҙар районыбыҙҙың Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенән тренер Гөлнара Мансур ҡыҙы Хамидуллина етәкселегендә Гөлдәриә Фәхретдинова һәм Хәким Мырҙағолов, Наҙгөл Сафина һәм Марсель Хәсәнов һәм Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Нурия Мырҙабай ҡыҙы Бикметова етәгендә Зилиә һәм Сәлимә Ҡотлобаевалар һәм Байназар мәктәбенән тренерҙар Светлана Мәхмүт ҡыҙы Азанғолова һәм Нәзифә Азамат ҡыҙы Науразбаевалар етәкселегендә ошо спорт төрө менән ҡыҙыҡһынған уҡыусы ҡыҙҙар яңғыҙ фигуралы шыуыуҙа Ғөбәйҙуллина Камила, Хәмитова Айгүзәл, Мөхәмәтйәнова Амалия, Нурғәлина Илүзә, Хисаметдинова Наҙгөл, Муллағолова Юлиана, Постубаева Гөлсибәр, Маликова Айсулпан, Ҡарағолова Милана конькиҙа фигуралы шыуыу ярышында ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Ярышҡа дәрт, илһам биреүсе, алдан уйланылған матур, төрлө көйҙәр оҙатыуында, боҙ өҫтөндә ҙур оҫталыҡ менән шыуып, иҫ киткес шәп элементтар, фигуралар, матур бейеүҙәр башҡарып, сығыш яһаны улар. Яңғыҙ шыуыусы ҡыҙҙар менән бер рәттән, парлы башҡарыусыларҙың ҡатнашыуы был ярышҡа мәртәбә өҫтәне.
Мауыҡтырғыс та, күңелле лә ятыраҡ ярыштың һөҙөмтәләре бик ҡыуаныслы булды: парлы сығыш араһында йәш үҙенсәлектәре буйынса Иҫке Собханғол мәктәбенән Гөлдәриә Фәхретдинова һәм Мырҙағолов Хәким, Иҫке Монасип мәктәбенең лента менән парлы бейеү башҡарыусы 5 – се класс уҡыусыһы Зилиә һәм 3 – сө класс уҡыусыһы Сәлимә Ҡотлобаевалар Гран – при яуланылар. Шулай уҡ Иҫке Собханғол мәктәбенән Сафина Наҙгөл һәм Хәсәнов Марсель 1 – се урынға сыҡтылар.
Яңғыҙ сығыштар буйынса, үҙ йәштәре буйынса, Хәмитова Айгүзәл Супер – Гран – при яулап, мәртәбәле ярыштың Кубогына эйә булды.
Юлиана Муллағолова Гран – при алды.
Ҡарағолова Миланаға, Ғөбәйҙуллина Камилаға I урын, Мөхәмәтйәнова Амалияға, Хисаметдинова Наҙгөлгә, Маликова Айсулпанға II урынды, Постубаева Гөлсибәргә, Нурғәлина Илүзәгә III урындар бирелде. Һәр береһенә Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Сараны, ярышыусыларға сәм, дәрт өҫтәп, йор һүҙҙәр менән, күңелле итеп мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Эльмира Ильяс ҡыҙы Муллағолова алып барҙы.
Был ярыш һәр кем күңелендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡатнаша алмай, йә белмәй ҡалғандар үкенес белдермәй ҡалманылар.
Шуны ла билдәләп үтеү кәрәктер: Байназар, Иҫке Собханғол, Иҫке Монасип мәктәптәренең физкультура уҡытыусылары Светлана Мәхмүт ҡыҙы Азанғолованың, Нәзифә Азамат ҡыҙы Науразбаеваның, Гөлнара Мансур ҡыҙы Хәмиҙуллинаның, Нурия Мырҙабай ҡыҙы Бикмәтоваларҙың, тренерҙар булараҡ, үҙҙәре өсөн әлегә ят һаналған спорт төрөндә лә юғалып ҡалмайынса, ҙур оҫталыҡ күрһәтеп, ярышты юғары кимәлдә үткәреүҙә күп көс һәм һәләттәрен һалыуҙары, уҡыусы ҡыҙҙарҙы әҙерләп ярышҡа сығарып, боҙға баҫтырыуҙары маҡтауға лайыҡ.
Ярыш уртаһында ҡайнаған
Иҫке Собханғол мәктәбенән килгән юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы, тренер Гөлнара Мансур ҡыҙы Хәмиҙуллина һоҡланыуын күңеленә йәшерә алмайынса:
- Районыбыҙҙа тәүге тапҡыр үткән ярышта беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һынатмай, бик уңышлы сығыш яһанылар. Парлы сығыш яһап, Гөлдәриә Фәхретдинова һәм Хәким Мырҙағолов Гран – при яуланылар. Шулай уҡ, Наҙгөл Сафина һәм Марсель Хәсәнов 1 – се урынға лайыҡ булдылар.
Иҫ киткес матур тамаша булды был район тарихында тәүгә генә үткән бөгөнгө сара! Оло ваҡиғаның шаһиты булдыҡ, ҡатнашыусы уҡыусыларыбыҙ шул тиклем ҙур ҡыуаныс кисерҙе бөгөнгө шәп саранан. Һоҡланам Һеҙгә, Йәмил Ишбулды улы! Был Байназар мәктәбенең генә түгел, районыбыҙҙың спорт йылъяҙмаһында яңы бит асты. Киләһе йылда ла ныҡлы әҙерлек менән ҡатнашасаҡбыҙ. Ҡатнашыусыларҙың һаны ла бермә – бер артасаҡ ҡына. Дәртләнеп ҡайтабыҙ, Һеҙгә бик тә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, ойоштороусыларға ҙур ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Афариндар!
Алдағы йылдарҙа тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә – район сараһы итеп үткәреү кәрәктер. Шәп, бик шәп! – тигән хис – тойғоларын еткерҙе.
Беренсегә үткән ярыш буйынса Йәмил Ишбулды улы ла бик ҡәнәғәт, балаларҙы ярышҡа дәртләндереп торған ата - әсәләргә, класс етәкселәренә, тренерҙарға, мәктәпкә конькилар бүләк итеүсе якташыбыҙ , Яңы Монасип ауылынан сыҡҡан, бөгөнгө көндә Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Айрат Хәмит улы Ҡыуандыҡовҡа бик тә рәхмәтле.
Бына шундай шәп ярыш үтте беҙҙең Байназар мәктәбе боҙ майҙансығында. Алдағы йылдарҙа ла был ярыш районда киң үҫеш алыр, ҡатнашыусылары бермә - бер артыр.
Ҡышын дә, яҙ менән ҡыш алышҡан арала ла боҙ майҙансығы буш булманы, әленән – әле спорт ярыштары үтеп кенә торҙо.
Афарин, байназарҙар!
Сәйҙә Сәйәхова, Бөрйән районы, Байназар ауылы