+15 °С
Облачно


Юғары уҡыу йорто студенттары уҡыу менән бергә төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында ла ҡатнашалар һәм һынатмайҙар. Аҙна аҙағында Ижевск ҡалаһынан БДМУ-ның студенттары еңеү менән ҡайтты. Улар, буласаҡ табиптар һәм фармацевтар араһында, футбол уйнау буйынса Рәсәйҙә иң яҡшылары итеп таныттылар. Әйткәндәй, улар өсөнсө йыл рәттән еңеү яулайҙар һәм был спорт өлкәһендә иң-иңдәре булып ҡалалар.
Фото интернеттан алынды.