Шоңҡар
+18 °С
Дождь
Спорт
5 Августа , 05:50

Иң-иңдәр киләсәк

Бындай спорт ярыштарының тап баш ҡалабыҙҙа уҙғарылыуы оло мәртәбә.

Иң-иңдәр киләсәкИң-иңдәр киләсәк
Иң-иңдәр киләсәк

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы 2028 йылғы Олимпия уйындарына илдең иң көслө спортсыларын һайлап алыу маҡсатында уҙғарылыуы тураһында хәбәр иткән инек инде. РФ президенты ҡушыуы буйынса ярыштар илдең ете төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда үтә һәм октябрь уртаһына тиклем дауам итә. Программала ҡырҡ дүрт спорт төрө ҡаралған.

10 – 18 агуста фехтование буйынса спорт ярыштары үтәсәк. Егерме дүрт төбәктән биш йөҙ етмеш спортсы килеүе көтөлә. Улар араһында Рәсәй спорты тарихында исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Егор Баранников, Таисия Ларькина, Яна Егорян, Марта Мартьянова, Кирилл Бородачев, Владислав Мыльников кеүек спортсылар килеүе көтөлә.

 

Фото интернеттан алынды.

Иң-иңдәр киләсәк
Иң-иңдәр киләсәк
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас