

“Тормош юлымда осраған тренерҙарымдың барыһына ла рәхмәтлемен. Улар беҙҙә профессиональ спортсы үҫтереү менән бергә, был тормошта юғалып ҡалмаҫ көслө характерлы шәхес тәрбиәләүҙә лә булышлыҡ иттеләр. Айырыуса, студент саҡтарымда М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура кафедраһы мөдире булған Абдуллин Миннивасиҡ Ғатаулла улына рәхмәтем ҙур. Еңел атлетика буйынса ике тапҡыр СССР, алты тапҡыр РСФСР чемпионы, ғалим-педагог ябайлығы, кешелеклелеге менән үҙенә тартып тора ине. Студент саҡтарҙа бер төркөм студенттар уның менән төшкән фотоларҙы ҡәҙерләп һаҡлайым. Ветеран уҡытыусыма оҙон ғүмер, ныҡлы һалыҡ теләйем”, - ти БДМУ-ның физик культура факультетының өлкән уҡытыусыһы, еңел атлетика буйынса спорт мастеры кандидаты Зилә Ғилман ҡыҙы Сөләймәнова.
Фото ғаилә архивынан алынды.