

Бекхан Исраилов Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһында беҙҙең республика исеменән тәүге алтын миҙалды алған. Ул 92 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында берәүҙе лә алдына сығармай.
Белорет спортсыһының ҡул арты еңел була. Башҡортостан бадминтонсылары Родион Алимов һәм Алина Дәүләтовалар ҙа һынатмай. Ҡатнаш парҙар араһында финалда улар Мәскәү өлкәһе спортсыларын еңә. Йәнә бокс буйынса Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһының Башҡортостан егете Иван Тихонов 63,5 кг ауырлыҡ категорияһында бронзаға эйә була.
Башҡортостандың вице-премьеры - спорт министры Руслан Хәбибов иртәгә Өфөлә фехтование буйынса ярыштар асыласағы хаҡында хәбәр итте. Ул 10-18 августа үтәсәк.
Фото интернеттан алынды.