Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Спорт
2 Сентября , 09:40

Спорт министры Батырхан менән танышты

16 йәшлек егет биш йыл инде уҡ атыу менән мауығып шөғөлләнә. Уның инде 80-дән артыҡ алтын миҙалы бар, улар араһында Бөтә Рәсәй ярыштарыныҡы ла әҙ түгел.

Спорт министры Батырхан менән таныштыСпорт министры Батырхан менән танышты
Спорт министры Батырхан менән танышты

Август башында «Ауырғазы-Аренаны» асыу тантанаһында спорт министры Руслан Хәбибов йәш уҡсыбыҙ Батырхан Ғайсин менән танышты.

16 йәшлек егет биш йыл инде уҡ атыу менән мауығып шөғөлләнә. Уның инде 80-дән артыҡ алтын миҙалы бар, улар араһында Бөтә Рәсәй ярыштарыныҡы ла әҙ түгел.

Руслан Таһир улы спортсының мәргәнлеген баһаланы һәм шунда уҡ ҡарар ҡабул итте.

2028 йылда Батырхан Рәсәйҙе киләһе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең милли йыйылма командаһына һайлап алыуҙа ҡатнашасаҡ.

"Рух" гәзитенән

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас