Студент тормошо бик күңелле, ҡыҙыҡлы, яңы тәжрибә, дуҫтар менән тулы ваҡыт. Университеттың мәҙәни һәм ижади тормошонда ҡатнашыу илһамландыра, һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итә, күп ыңғай хис-тойғолар тыуҙыра. Ошо ваҡыт арауығында мин үҙемә яңы дуҫтар, яңы һөнәрҙәргә өйрәндем. Ҡабатланмаҫ студент йылдары хәтеремдә эскерһеҙ, күңелле, йәш саҡ хәтирәләре булып мәңге ҡаласаҡ.
Биш йыл рәттән беҙгә белем биргән, абынғанда ярҙам иткән, алған һөнәребеҙгә профессиональ ҡараш уятҡан укытыусыларыма ҙур рәхмәт әйтәһем килә. Һәр уҡытыусым үҙенә генә хас булған профессиональ алымын беҙгә түкмәй- сәсмәй бирә.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филология факультетының 5 курс студенты Ҡолғарина Рәмзилә Азамат ҡыҙы.