Бөтә яңылыҡтар
Студент һүҙе
25 Ғинуар , 18:42

Иң берҙәм төркөм

Ситтән тороп уҡыусылар арағыҙҙа бармы?

Иң берҙәм төркөм
Иң берҙәм төркөм

Күгәрсен районының йәмле Иртөбәк йылғаһы буйында урынлашҡан Ялсы ауылында тыуып үҫкәнмен. Семено-Петровский ауылының мәктәбен тамамлағас, Салауат педагогия колледжына уҡырға индем. Артабан Волостновка төп дөйөм белем биреү мәктәбендә эш башланым. 2019 йылдан Йомағужа балалар баҡсаһында эшләп йөрөйөм. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына юғары белем алыу маҡсаты менән уҡырға индем. Тормош юлым тап ошо уҡыу йорто менән бәйләнгәненә сикһеҙ шатмын. Беҙҙең сессиялар бик күңелле, шәп, фәһемле үтә. Шуға күрә был мәлде түҙемһеҙләнеп көтөпа алабыҙ. Төркөмдәштәрҙе һағынып киләбеҙ. Иң дуҫ төркөм, тиҙәр беҙҙең турала. Бер уңайҙан хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға ҡыҙыҡлы лекциялары, фәһемле дәрестәре, студенттарға яҡшы мөнәсәбәттәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдергем килә.

Студенттарға уйлаған пландарының һәм башланғыстарының тормошҡа ашыуын, үҙ көстәренә ышаныуҙарын теләп ҡалам.

Хәирова Гөлфирә Марат ҡыҙы, ЗБРЯ 51 төркөмө студенты.

Иң берҙәм төркөм
Иң берҙәм төркөм
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас