Студент йылдары иң сағыу, күңелле саҡ булып хәтергә уйылып ҡалған. 1980 йылда мәктәпте тамамлағас БДПИ-ға ( хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға) уҡырға килдек. Юлыҡ мәктәбенән беҙ икәү инек: класташым, күршем Шәмсиә Юлбарисова. Беҙҙең ике башҡорт группаһы иҫ киткес татыу, бер ғаилә кеүек булып йәшәне. Бергәләшеп имтихандарға әҙерләнеү, төрлө, түңәрәктәргә йөрөү, йәйгеһен студент отрядтарында эшләү, институтта үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу - былар барыһы ла беҙҙе тағы ла берләштерҙе, яҡынлаштырҙы. Уҡып бөтөүгә 40 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, аралашып, осрашып торабыҙ. Барыбыҙ ҙа матур тормош юлы үткән, эштәрендә хөрмәтле, эшһөйәр, талантлы кешеләр булып танылған. Арабыҙҙа күренекле яҙыусы ла, журналист та, атҡаҙанған уҡытыусылар ҙа бар. Яҙыусы Ә. Үтәбай, бик күп шиғырҙар авторы Р. Өмөтҡужинды, И. Латиповты айырым билдәләп үтке килә. Курсташтарым һәр береһе маҡтауға, оло хөрмәткә лайыҡ. Ниндәй генә бейеклектәргә өлгәшәләр ҙә, һәр береһе үҙенең ябайлығын, ихласлығын, йор һүҙлелеген һаҡлап ҡалған. Һәр бер курсташым илем, телем, тыуған төйәгем тип янып йәшәй. Яратам һәм ғорурланам һеҙҙең менән хөрмәтле курсташтарым. Байрам менән! Иҫән-һау булайыҡ!
Рәйлә Латипова, Салауат ҡалаһы.