

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты Азалия Бикбулатова йәйге каникулының күпмелер өлөшөн эшләп үткәргән. Үткән йылы Сочи ҡалаһындағы ҡунаҡханала йыйыштырыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Быйыл иһә үҙе уҡыған башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында абитуриенттарҙы ҡабул итеүҙә булған.
– Ике урында эшләгәс, сағыштырып ҡарарлыҡ һәм һығымта яһарлыҡ тәжрибә тупланым, – ти Азалия. – Сочиҙа физик яҡтан арыһам, бында ултырып ҡына, әммә кеше, документ менән эшләү ҙә еңел түгеллеген аңланым. Шулай ҙа, быныһы оҡшаны. Кеше менән аралашыр, һәр береһе менән уртаҡ тел табыр өсөн дә күркәм холоҡ кәрәк. Йәнә беҙҙең менән бергә булған уҡытыусыларыма рәхмәт. Бер үк нәмәне йөҙ тапҡыр һораһаң да, тыныс ҡына итеп аңлатыуҙары, бәләкәс кенә эшеңде маҡтап ҡанатландырып ебәреүҙәре киләһе йылда ла, насип итһә, ошонда уҡ хеҙмәт сиреген дауам итер инем тигән теләк барлыҡҡа килде. Әлеге ваҡытта бик тыныс булмаған осорҙа йәшәһәк тә, ғөмүмән, ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултыра торған холҡом юҡ. Ике бер туған ағайым МХО-ла. Уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйенсә, тырышып уҡырға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға тырышам.