Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
28 Июль 2022, 15:51

Ауырлыҡтар уны һындырҙы

Мин бер ваҡытта ла иремдең эштәренә ҡыҫылманым. Бер нисә мәртәбә генә, ярҙам итергә теләп, үҙ фирмаһына эшкә алыуын үтендем. Тик: “Аҡса етмәйме әллә? Күпме бирәйем?” – тип гел шаяртыуға бора килде. Шуға ла кемдәр менән ниндәй килешеүҙәр төҙөүен, ҡайҙан тауар алып ҡайтыуын бөтөнләй белмәнем. Бары тик бер көн эштән ҡыҙмаса ҡайтып инде лә: “Мин – банкрот. Бурыс һаҙлығына баттым. Иртәгәнән башлап һеҙҙе аҫрай алмайым,” – тине. Нимә булғанын һорашырға теләнем, тик ул асыҡлыҡ индерергә теләмәне.

Ауырлыҡтар уны һындырҙы
Ауырлыҡтар уны һындырҙы

Һуңғы арала минән дуҫтарым да, туғандарым да ситләште. Ауыр мәлдәремдә терәк булырҙар, тигән өмөтөм аҡланманы: улар барлыҡ һынау мәлендә мине бала һәм бурыстар менән бер яңғыҙымды ҡалдырҙы. Хәйер, элек тә улар мине әллә ни яратмағандыр, ул саҡта бары тик проблемаларын хәл итешерлек, етешмәгән саҡтарында бурысҡа аҡса бирерлек мөмкинлегем бар ине. Ә хәҙер үҙемдең уларҙан ярҙам һорай башлауым бар бит...
Үҙҙәренең ҡылығына үҙемде ғәйепле итеп ҡуйҙылар әле ул: “Етеш сағында кейәү менән һин дә мин йәшәне лә, хәҙер китте! Моғайын, икенсе берәйһен тапҡандыр...” Был хәбәр ике яҡ туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ араһында күптән таралды.
Барыһын да баштан һөйләп үтәйем әле. Бала саҡтан уҡ уҡыуға етди ҡараным, уҡытыусы булам тигән хыялым да бар ине. Клуб, киске уйын, тип сапманым. Институтҡа уҡырға ингәс тә шундай тормош дауам итте. Егеттәр менән дуҫлыҡ булманы. Беренсенән, үҙемә лә ҡыҙыҡ түгел ине. Икенсенән, китапҡа күмелеп ултырған, артыҡ аралашмаған ҡыҙға улар ҙа иғтибар итмәне. 3-сө курсҡа тиклем шулай тыныс ҡына йәшәнем. Һәм көтмәгәндә ғашиҡ булдым. Яңы телефон һатып алырға, тип магазинға барғайным. Аҡсам самалы, ә һатыусы егет мине чехол, наушниктар алырға ҡыҫтай, өҫтәмә тәҡдимдәр менән аптырата башланы. Проблеманың аҡса юҡлыҡта икәнен әйтеп, баш тарттым. Әммә ул кредит тәҡдим итте. Шул саҡ сиратта торған 30 йәштәрҙәге ир (ул саҡта миңә шулай оло тойола ине) мине яҡлап сыҡты:
– Егет кеше, беренсенән, һатып алыусы һеҙҙең тәҡ­димдәрҙән асыҡтан-асыҡ баш тартты. Уның финанс белеме булмауын аңлап, һеҙ ҙур процентлы кредит тәҡдим итәһегеҙ. Икенсенән, зинһар, тиҙерәк ҡыймылдағыҙ: сиратта башҡа кешеләр ҙә бар. Сәғәт буйы һеҙҙең алдарға тырышыуығыҙҙы көтөп торор хәлем юҡ!
Тәүҙә һатыусы егет уға дорфа ғына яуапланы. Әммә клиенттың һәр саҡ хаҡлы икәнен иҫенә төшөрҙөмө, әллә минән файҙа сыҡмаҫын аңланымы – иғтибарын башҡаларға йүнәлтте. Яңы телефонымды алып, урамға сыҡтым да дөйөм ятаҡҡа йүнәлдем. Үҙем яңы әйберемде өйрәнергә тырышып, төймәләренә баҫҡылайым, мөмкинлектәрен ҡарайым. Шул саҡ алдыма машина килеп туҡтаны һәм:
– Һеҙҙең менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинме? – тип унан магазинда мине яҡлап һүҙ көрәштергән егет килеп төштө.
Рәил менән шулай танышып киттек. Ул үҙ эшен асып, аяғында ныҡлы баҫып торған егет ине. Минән туғыҙ йәшкә өлкән. Тормош ауырлыҡтарын байтаҡ ҡына күргән, әммә үҙ юлын тапҡан ир-егет. Бер-беребеҙгә үлеп ғашиҡ булдыҡ. Ул үҙенең иғтибары, һөйөүе, тормошҡа ҡарашы, тырышлығы менән мине тамам әсир итте. Аҙна һайын – гөлләмә, байрамдарҙа ҡиммәтле бүләктәр күтәреп килгән егеткә һабаҡташтарым көнләшеп ҡарай ине. Аллаһы Тәғәлә бәхетте өйөп бирҙе: уҡыуҙы тамамлаған йылды һөйгәнем миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Туйҙы баш ҡаланың ҙур ресторанында үткәрҙек. Барлыҡ сығымды Рәил үҙ өҫтөнә алды. Ә туйҙан һуң Доминиканға “баллы ай”ға юлландыҡ. Быға тиклем Өфөнән башҡа ҡала күрмәгән миңә әкиәт иленә барып эләккәндәй тойолдо. Тормош артабан да шулай матур дауам итте: яңы йорт һатып алдыҡ, улыбыҙ тыуҙы. Тәүҙә мәктәпкә эшкә урынлашҡайным, декрет ялынан һуң ирем өйҙә генә ултырыуымды теләне. Артыҡ мохтажлыҡ кисермәгәс, эш тип ныҡышманым.
Ирем тырыш, эшлекле генә түгел, туған һәм бала йәнле кеше булып сыҡты. Кем, ҡасан, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итмәһен – барыһына ла ярҙам итте. Аҡса кәрәкме, эшкә урынлаштырырғамы, кәрәкле кешеләр менән осрашырғамы, ҡайҙандыр ҡаршы алырғамы – һәр ваҡыт, рәхим итегеҙ, тип кенә торҙо. Ә улы өсөн атаһы тауҙар аҡтарыр ине, моғайын. Иң яҡшы кейем, ризыҡтар, балалар баҡсаһы, уйынсыҡтар – «юҡ» тигән һүҙҙе бала белмәне. Әллә бәхетебеҙгә күҙ тейҙе, әллә иремде үҙенең ябайлығы, кешеләргә ышанысы юҡҡа сығарҙымы, белмәйем – ҡорған тормошобоҙ күҙ асып йомғансы емерелде. Өйләнешеүебеҙгә ун йыл да тулып өлгөрмәгәйне ул саҡта.
Мин бер ваҡытта ла иремдең эштәренә ҡыҫылманым. Бер нисә мәртәбә генә, ярҙам итергә теләп, үҙ фирмаһына эшкә алыуын үтендем. Тик: “Аҡса етмәйме әллә? Күпме бирәйем?” – тип гел шаяртыуға бора килде. Шуға ла кемдәр менән ниндәй килешеүҙәр төҙөүен, ҡайҙан тауар алып ҡайтыуын бөтөнләй белмәнем. Бары тик бер көн эштән ҡыҙмаса ҡайтып инде лә: “Мин – банкрот. Бурыс һаҙлығына баттым. Иртәгәнән башлап һеҙҙе аҫрай алмайым,” – тине. Нимә булғанын һорашырға теләнем, тик ул асыҡлыҡ индерергә теләмәне. Мин бары тик:
– Һин – 25 йәшеңдә аҡсаһыҙ килеш үҙ эшеңде башлаған кеше. Барыһы ла яҡшы булыр. Ауырлыҡтар ваҡытлы ғына, – тип йыуатырға тырыштым.
Әлбиттә, мул тормошҡа өйрәнгәс, аҡсаһыҙлыҡты ауыр кисерҙек. Әммә мин бит байлыҡ менән боҙолған ҡатын түгел: һынауҙарға әҙер инем. Шунда уҡ эшкә урынлаштым. Ҡиммәтле биҙәүестәрҙе (барыбер уларҙың барыһын да таҡмайым), өс ҡатлы йортобоҙҙо, гаражда торған минең машинаны һатырға тәҡдим иттем. Өйләнгәнсе йәшәгән өс бүлмәле фатир ҙа етә бит. Тик ул был тәҡдимдәремде мыҫҡыллау кеүек ҡабул итте:
– Үҙем бүләк иткән алтындар, машина аҡсаһын кире алырға мине кем тип беләһең?!
Аҙаҡ ишетеүемсә, уны иң яҡын дуҫы алдаған булып сыҡты. Кредит алған саҡта Рәилдән поручитель булыуын һораған. Ирем һәр ваҡыттағыса баш тартмаған, барлыҡ документҡа ҡул ҡуйған. Тик дуҫы был аҡсаға әсәһе исеменә йорт, сит ил машинаһы алған да  кредитты түләмәгән. Проценттар арта башлағас, банк ирем менән икеһен судҡа биргән. Шулай итеп иремдең йылдар буйы төҙөгән бизнесын банк тартып алды. Хәл үтә лә насар түгел ине: йыһаз менән тулы йорт, фатир, машина бар, кейем-һалым да етерлек. Эшкә урынлаш та, башҡа кешеләр кеүек үк аҡсаны самалап йәшә лә кит.
Тик быға тиклем көслө тип йөрөгән ирем бахыр бер әҙәм булып сыҡты – ауырлыҡтар уны һындырҙы. Депрессияға бирелде, үҙ-үҙенә йомолдо, эшкә сығырға теләмәне. Аҙналар буйы ашамай-эсмәй, һөйләшмәй ятыр ине, биллаһи. Тора-бара тиҙ ҡыҙып китеүсәнгә әйләнде, эскегә һалышты. Мин уны ипкә килтереүҙең төрлө юлын эҙләнем: иланым, үпкәләп һөйләшмәнем, бер ни булмағандай ҡыландым, күңелен күтәрергә тырыштым. Сөнки бар көсөм, булмышым менән ғаиләне һаҡлағым килә ине. Тик уға бер нәмә лә йоғонто яһаманы. Ҙур хужалыҡты алып барыу өсөн аҡса күп китә. Ярты эш хаҡым өс ҡатлы йорттоң түләүҙәренә китә башлағас, өҫтәмә дәрестәр алдым. Сөнки улыбыҙҙы уҡытырға, кейендерергә кәрәк. Аҙыҡ-түлек тә ҡиммәт. Тик эштә тотҡарланыуымды Рәил яратманы, көнләшеп, ғауға ҡуптара башланы. Бер көндө, ебәрмәйем, тип ишекте бикләп ҡуйҙы. Тиҙ генә шылтыратып, ауырыйым, тип әйтергә баш етте. Төштән һуң ҡасып тигәндәй сығып, дауаханаға барырға, хәйләләшергә тура килде. Ярай, Данил улыбыҙ аҡыллы бала булып сыҡты: алдынғы гимназиянан үҙем эшләгән ябай мәктәпкә күсеүҙе (тегендә айлыҡ иғәнә бик күп ине) аңлап ҡабул итте. Артыҡ әйбер һорап теңкәгә теймәне. Бары бер тапҡыр ҡиммәтле телефон һорап иланы. “Әгәр хәҙер телефон алһаҡ, ай буйы ризыҡһыҙ улты­расаҡбыҙ,” – тигәйнем, тынысланды. Бер нисә көн кәйефһеҙ йөрөнө лә, онотолдо. Атаһы уның менән элеккесә аралашмай ине, ул күберәк шуға борсолдо шикелле.
Әйткәндәй, бөгөн мине әрләгән, ситләткән туғандарға ул саҡта ярҙам һорап күп тапҡыр мөрәжәғәт иттем. Рәил ҡулынан килгәндә уларҙы бер ҡасан да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ә үҙҙәре төрлө сәбәп менән бурыстарын ҡайтарыуҙан, ярҙам итеүҙән баш тартты:
– Кейәү бит ул аҡсаны бурысҡа тип бирмәне. Ундай шарт булһа, мин алмаҫ инем, сөнки мөмкинлек юҡ... Беләһең бит, ике йыл инде һаулыҡҡа туйына алмайым.
– Бала уҡытабыҙ, үҙебеҙ быйыл кредит алып түләнек. Былтыр Рәил мырҙа ярҙам иткәйне лә бит...
Шулай инде, кеше кешегә башлыса бай, хәлле саҡта кәрәк. Һәм абынғанды түпәләүе генә еңел. Мин дә һуңғы сиккә тиклем Рәил менән бергә булырға, уның тормошон яйға һалырға тырыштым. Тик ул үҙе быны теләмәне. Көн һайын талаш ялҡытҡайны. Ә бер көндө ул миңә ҡул күтәрҙе. Бер генә һуғып ҡалһа аңлар, ғәфү итер инем. Улыбыҙ алдында иҫерек килеш сәсемдән һөйрәп йөрөп туҡманы. Данил ҡурҡышынан «Тиҙ ярҙам»ға һәм полицияға шылтыратҡан. Ғариза яҙыуҙан баш тарттым, әммә башҡаса бергә йәшәй алмай инем. Ҡуртымға фатир алып сығып киттем. Бер нисә аҙнанан ирем килеп, фатир асҡысын бирҙе һәм шунда йәшәргә тәҡдим итте. Тик насар ҡылығы өсөн ғәфү ҙә үтенмәне, ҡабат ҡауышырға ла тәҡдим итмәне. Шулай итеп, беҙҙең матур башланған мөхәббәт тарихы, ғаилә тормошо тәүге ауырлыҡтарҙан уҡ юҡҡа сыҡты.
Хәҙер ул йортто һатып, бер бүлмәле фатир алып йәшәп ята. Ҡалған аҡсаһын ҡайҙа иткән, нимәгә тотонған, әллә шул аҡсаға йәшәйме – һорашҡаным юҡ. Алиментҡа ла бир­мәнем. Ни тиһәң дә, ул мине матур тормошта йәшәтте, бәхетле итте. Теүәл беләм: әгәр дуҫынан алданмаһа, ул һаман да тура юлдан барыр ине.
Айырылыу өсөн мин ғәйеплеме? Кемдер, эйе, тиер. Туғандарым да бит, ирен ташланы, тиҙәр. Тик мин Рәилде бай, уңышлы булыуы өсөн генә яратманым. Ябай эшсе булһа ла, хатта таксист булып эшләп, көнөнә мең һум алып ҡайтһа ла йәшәргә ризамын. Тик эсмәһен, тормошҡа битараф булмаһын һәм ҡул күтәрмәһен ине. Ярҙамды ҡабул иткәндә генә тәҡдим итке килә бит. Һаңғырау күңелгә ҡысҡырыуҙан, һөйөүемде аңлатыуҙан арыным. Ә туғандарға, дуҫтарға килгәндә, тап улар Рәилде бай саҡта яратты. Бәләгә тарығас, береһе-бер килеп кәңәш бирмәне, хәлде белмәне...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: