Кешеләр билдәһеҙлектән уттан кеүек ҡурҡалар. Уны насарлыҡ менән тигеҙләйҙәр. Көн яманы билдәһеҙлектә, тип уйлайҙар. Был хикәйәттәге енәйәтсе герой ҙа билдәһеҙлекте элмәк менән алмаштыра. Ә бит уны алда матур тормош көтә ине...
Шулай бер ваҡыт енәйәтсене батшаға хөкөмгә алып киләләр. Уның ҡылған енәйәте өсөн ул ваҡытта үлем язаһы тейеш була. Әммә был батшалыҡта батша ҡайһы саҡта ярлыҡап та ҡуя.
— Ҡарап ултырам да һиңә, йәнә бер тапҡыр уйлап ҡуям. Шулай ҙа һин бөгөн үҙ язаңды үҙең һайлап ала алаһың. Муйыныңа элмәк эләйекме әллә һине ҙур, ҡап-ҡара, ҡурҡыныс ишек артына сығарайыҡмы?
Ейәнәтсенең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә. "Ул ниндәй үҙе ҙур, үҙе ҡап-ҡара, етмәһә тимерҙән, үҙе ҡурҡыныс ишек икән. Моғайын да унда язалайҙарҙыр ул. Бәлки ҡулды-аяҡты тереләй килеш ҡырҡҡылайҙарҙыр. Бр-р-р-р!" Был уйҙарҙан аңын юғалтырҙай була. Шуға ла енәйәтсе элмәкте һайлап ала.
Бына бисараның муйынына элмәк тағалар. Ғүмеренең һуңғы минуты етте. Шул саҡ ул батшаға һуңғы һорауын бирергә рөхсәт һорай.
— Шулай ҙа әйтегеҙ әле, ул ишек артында ниҙәр бар?
— Беләһеңме, мин һәр енәйәтсегә бындай һайлау мөмкинлеген бирәм. Тик барыһы ла элмәкте һайлай, — тип батша ҡысҡырып көлөп ебәрә.
— Ишек артында ниҙәр бар? Мин бит бөгөн барыбер үләм. Тимәк бер кемгә лә был серҙе аса алмайым, — тип енәйәтсе элмәккә төртөп күрһәтте.
Батша бер аҙ уйланып тора ла яуап бирергә булып китә:
— Унда иреклек. Алдыңдағы ауыр, ҡап-ҡара, ҡурҡыныс ишекте асһаң, минең батшалыҡтан сығып китәһең. Кешеләр шул тиклем билдәһеҙлектән ҡурҡалар. Уйлап та тормай элмәкте һайлайҙар.
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.