Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
25 Октябрь 2022, 14:57

Бер хат тарихынан...

- Нишләп бергә йәшәй алмауҙары тураһында бер ҡасан да ҡыҙыҡһынманым. Айырылышҡандарында миңә бары биш йәш кенә булған бит. Шуға атайлы ваҡытымды әллә ни иҫләмәнем дә.

Бер хат тарихынан...
Бер хат тарихынан...


(булған хәл)

-Йә? Әйт, нимә булды?
- Булманы...
- Алдайың!! Бер нәмә йәшерәһең минән, күрәм бит. Универҙа ла ике көндәй күренмәнең, ҡайҙа булдың? Бер нәмә булдымы әллә, йә , әйт тә!
Ҡураныс ҡына кәүҙәле ҡыҙ алдында эскәмйәлә башын аҫҡа эйеп ултырыусы егет алдына сүгәләне.
- Хәҙер мин төн йоҡлай алмай сығам инде уйҙаныыып...
Ҡыҙ аптырап шаяртып та ҡараны. Юҡ инде, башҡа ваҡыт теле телгә йоҡмаған, ҡыҙыҡ әкәмәттәр һөйләп кешене ауыҙына ҡаратҡан Илдарҙы бөгөн алмаштырып ҡуйғандармы, шып - шым тик ултыра.
- Ярай, һөйләгең килмәгәс, мин инәм. Иртәгә байрам түгел, иртә торор кәрәк. Семинарға ла һәйбәтләп әҙерләнмәгәйнем һин киләм тигәс.. Һөйләшәһе һүҙ бар тине лә үҙе ауыҙына һыу уртлап тик ултырасы. Теге кеше(комендант) килеп светтарҙы һүндергәнсе һыпырт мынан!!
Әллә ысынлап асыуланды ҡыҙый, һуңғы һүҙҙәре ятаҡтың буш коридоры стеналарына ҡаҡлығып, шаңдау булып яңғыраны. Баянан бирле һүҙ беректерә алмай ултырған был икәүгә асыуланған кеүек, дөйөм кухня тәҙрәһенең асыҡ торған тәҙрәһе лә шап итеп ябылып ҡуйҙы. Юҡ шул, эсенә йыйылған ҡара ҡайғы оло үкенес менән бергә уҡмашып, һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй егеткә. Бына - бына йырылырға торған күңеле, башҡа ваҡытта бар эс серҙәрен сисә алған, дуҫы кеүек күргән ошо ҡыҙ алдында юғалды ла ҡалды. Ярамай.. Егет башың менән мәшәүләнеп, ҡыҙ кеше алдында ебеп ултырмаҫһың инде. Күҙ йәшең барлығына хатта ышанмаҫтар кеүек. Ярамай.. Иларға ярамай...
Аяғына еңелсә генә тәпешкә эләктергән ҡыҙ, шаптыр - шоптор баҫып бүлмәһе яғына ыңғайланы. Үпкәләне , ахыры.
- Тороп тор әле, ҡайҙа ҡабаланаң ул...
Ҡыҙ әйләнеп ҡараны. Был юлы уның йөҙөндә асыуланыу сифаттары күренмәй ине. Егет янына, эскәмикәгә сүгәләгәс, " йә, тыңлайым " тигәндәй , йөҙөнә баҡты.
- Ней... Һин белә инең шикелле, минең атай менән әсәй бергә йәшәмәнеләр бит...
Һүҙҙең был юҫыҡҡа китерен көтмәгән ҡыҙ йәнә бот сабып ҡуйҙы.
- Аһ, әйттең яңылыҡ! Хәҙер һәр икенсе ғаилә тарҡалған инде..
Илдар уның һүҙенә иғтибар итмәне. Ишетелер ишетелмәҫ тауыш менән һөйләүен дауам итте.
- Нишләп бергә йәшәй алмауҙары тураһында бер ҡасан да ҡыҙыҡһынманым. Айырылышҡандарында миңә бары биш йәш кенә булған бит. Шуға атайлы ваҡытымды әллә ни иҫләмәнем дә. Тик икенсе ергә, ҡалаға күсеп килеп йәшәй башлау ғына бер аҙ оҡшаманы. Ауылдағы ишек алдын, бергә уйнаған малайҙарҙы һағынып бер була инем. Әсәй янда булғас ни ул һағыш та тиҙ онотолдо. Мәктәпкә уҡырға барғас бөтөнләй ауыл тураһында оноттом. Атай булған кешене лә шулай уҡ. Тик башҡа балаларҙың атайҙарын етәкләп тышта йөрөүҙәрен күрһәм, эс көтөрләй ине. Нишләп беҙгә лә атай килмәй тигән һорауға, әсәйем, шулай кәрәк, килмәй ул беҙгә, тип кенә яуапланы. Төпсөнмәнем дә ниңә килмәй тип, килмәй икән, килмәй, көсләп саҡырып алып булмай бит инде. Мәктәпте тамамлағас та сәнғәт колледжына уҡырға индем. Әллә ысынлап тауышым булғанғамы, уҡытыусылар һәр бер сараға ҡатнаштырырға тырышып ҡына торҙолар. Ай һайын тиерлек берәй концерт, йә берәй фестиваль, конкурстар... Ҡайҙан инде атай тураһында уйлау, хатта әсәйгә шылтыратмай ҡалған саҡтар ҙа була ине. Колледжды тамамлағас та бында килдем уҡырға. Әрмегә саҡырыу килде, уныһынан да тороп ҡалдым...
Баянан бирле тын да алмай тыңлаған ҡыҙ, бер аҙ ҡалҡына биреп, халат итәктәрен йыйнаштырып ҡуйҙы.
- Шунан?
- Эх, әгәр мөмкинселек булһа, бөтәһен дә яңынан башлар инем! Бөтәһен дә! -егеттең зәп - зәңгәр күҙҙәре оло үкенес сатҡыһы сағылдырғандай, һүрән генә янған бүлмә утында ялтырап киттеләр. - Их, нишләп кенә алдараҡ белмәнем икән?!
Ҡыҙ бөтөнләй аптырауға ҡалды. Нимә булған уға? Нимәне йәшерә, нимәне һөйләп бөтмәй?
- Бер көн әсәйем шылтырата. " Илдар, атайың үлеп ҡалған, дәрестәреңдән һора ла тиҙ генә ҡайтырға сыҡ. Ерләшергә барыр кәрәк " ти. Ныҡ аптыраным. Әсәйемдең нисә йылдан һуң беренсегә атайың тип һүҙ ҡушыуы бөтөнләй телдән яҙҙырҙы. Ҡайғырҙым да. Атайымдың үлем хәбәрен ишеткәнгә түгел, дәрестәрҙән нисек һорап китәм, нимә тип ғариза яҙырмын инде, тип ҡайғырҙым. Сөнки күптәре мине атайы үлгән тип беләләр ине. Хатта үҙем дә шуға ышана башлағайным инде.
Деканатҡа барыбер дөрөҫөн әйтмәнем. " По семейным обстоятельствам " тип ғариза яҙҙым да автовокзалға йүгерҙем...

Юл буйына уйланып ҡайттым. Нисәмә йылдар күрмәгән, үҙемде белә белгәндән алып бер тапҡыр ҙа атай тип әйтә алмаған кешене ерләшергә ҡайтып бар инде бына. Иларға ла, ҡайғырырға ла белмәйем, күңелдә бушлыҡ...
Өйгә ҡайтып индем. Әсәйем күптән юл төйөнсөктәрен төйнәп ҡуйған. Минән йәшерергә тырышһа ла, күҙгә салына бит, күҙҙәре ҡыҙарған. Илаған. " Рәйлә инәйеңдәр килә хәҙер. Бөгөн үк сығабыҙ юлға. Йәйерәп ултырма! Тамағыңа аша ла өҫ - башыңды алмаштыр. Әҙәмсә итеп кейенеп ал. Көн йылыла мәйетте оҙаҡ көттөрмәйҙәр. Иртәгә ҡуясаҡтар." Әсәйем тегеләй - былай йөрөп нәмәләрен йыя, шул арала хәбәрен дә һөйләй, ә мин шаңҡып тик ултырам..
Кисләтеп кенә барып төштөк тыуған ауыл тигән ергә. Беҙҙе ҡоймалары ауышҡан, урыны - урыны менән кесерткән дегәнәк баҫҡан ҡотһоҙ ер ҡаршы алды. Баҡса рәшәткәләре эзбиз менән ағартылған , шау сәскәгә төрөнгән күк сирень ҡосағына һыйынып ҡына ултырған өй атайым йорто икән. Ҡапҡа алдында бер - нисә машина ултыра. Ишек алдына үтәбеҙ. Ҡойма - ҡаралтылар иҫкергән. Тупһа иҙәне лә бына инде нисәмә йыл буяу күрмәгәнлектән буҙ төҫкә ингән. Өйгә үттек. Өйҙәгеләр беҙгә әллә ни иғтибар ҙа итмәне. Тик турбаш яғында йөрөгән аҡ яулыҡлы инәй ( атайымдың бер туғаны булған икән ), әсәйем менән күрешкәндән һуң сеңләп илап ебәрҙе. Әсәйем дә түҙмәне...
Өй эсенә йыйылғандарҙың күбеһен белмәйем. " Кем балаһы булыуым " асыҡланғас, арҡамдан яратыусылар, өнһөҙ боролоусылар ҙа булды. Шыш - быш үҙ - ара һөйләшеүселәр ҙә, һиҙҙермәҫкә тырышып , ҡараштарын гел минең яҡҡа йүнәлттеләр...
Атайымдың һуңғы тапҡыр йөҙөн асып ҡарарға ла батырсылыҡ итмәнем. Теләмәнем дә шикелле. Эх, нишләп кенә ҡараманым инде? Исмаһам, йөҙөн булһа ла хәтеремдә ҡалдырыр инем! - Илдарҙың тауышы ҡалтырап китте. Күҙ - ҡарашын түбәгә төбәп, бына - бына ағырға тулышҡан күҙ йәштәрен быуырға тырышты ла, тик улары тыңлашмай, сикәләре буйлап аҫҡа тәгәрәне.
-Иртәгеһен атайымды ерләнек. Һуңғы өс - дүрт йылда ныҡ эскелеккә бирелеп, ашҡаҙанында яман сир барлығын да белмәй йөрөгән икән. Инәйемдәр дауаланырға тәҡдим итеп тә ҡараған, тик ҡаршы килгән, тиҙәр... Иллегә лә етмәгән ине бит атайым...

Өсөн уҡытып, ҡайтырға йыйынған саҡта Әсмә инәй теткеләнеп бөткән йоҡа дәфтәр тотторҙо. Һөйләй ҙә алмай йәшенә төйөлгәйне ул. Ҡайтҡас ҡарармын, уҡырмын тип бөкләп кеҫәмә һалып алдым. Беләңме ул нимә булған? Хат. Атайымдың миңә яҙған хаты..
-???

Бүлмәне ауыр тынлыҡ ялманы. Бер - береһенә һыйынышып тигәндәй ултырған был икәүҙе ара - тирә шығырлап асылған ишектәр ҙә( кемдер үҙ йомошона сыҡты, ахыры), асыҡ форточка аша ҡала урамдарын геүләткән машина тауыштары ла, күптән ятаҡ тирәһен үҙ итеп төйәк иткән бесәй мыяулауы ла өркөтә алманы. Илдарҙың һөйләүен үҙ йөрәге аша үткәреп, ҡыбырларға ла ҡурҡып, тын ғына тик ултырҙы ҡыҙ ҙа. Дуҫының күңеле тулышҡанын, атылырға торған күҙ йәштәрен йәшерергә тырышҡанын күрһә лә йөрәге әрнене. Илағыһы килә лә , уңайһыҙланамы, ирендәрен ҡыҙартҡансы тешләп, ауыр итеп тын алыуҙан ары китә алмай.
- Нимә яҙылған ине унда?
Илдар аяҡ үрә торҙо. Кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән иҫке дәфтәр сығарып ҡыҙға һондо.
- Мә, уҡы.
- Илдар, был бит һинеке. Юҡ, уҡымайым.
- Уҡы. Ҡысҡырып уҡыһаң да була. Зинһар?

Егет тәҙрә алдына барып баҫты. Ҡала төнгө йоҡоға сумған. Ара - тирә үткән машиналарҙан, баяғы аҙашҡан бесәйҙән башҡа йән эйәһе күренмәй тиерлек. Ятаҡ баҡсаһында буй еткергән ике ҡайын ағасы ( уны кем ултыртҡандыр инде?), төнгө ел тәьҫиренә бирелеп, бөгөлөп - бөгөлөп китәләр. Бер - береһенә яҡынайырға теләп, ҡул болғайҙар кеүек күрҙе Илдар. Яҡыная алмайҙар шул... Тамырҙарын ер - әсә ебәрмәй..
Һаҡ ҡына ҡағылыуҙарына терт итеп ҡалды ул. Баш һелкеп кенә, йәндәй күреп ҡәҙерләгән хатты уҡырға ризалығын бирҙе лә, күҙҙәрен йомоп, уйҙар донъяһына сумды...

Дәфтәр, күп тотоноуҙанмы, таушалып бөткән. Алғы битенә ҙур хәрефтәр менән ИЛДАР УЛЫМА тип яҙылып ҡат - ҡат ручка менән йөрөтөлгән. Яҙыуы юйылып, тәғәйен эйәһенә барып етмәҫ тип шулай эшләне микән атай кеше?

" Һаумы, Илдар улым!!

Иҫкән елдәр аша сәләм һалам
Һағыныуым алһа алҡымдан.
Нишләп кенә, яҙмыш, айырҙың һин
Йәндәй күргән улыҡайымдан?!

Һауаларҙа осҡан кейек ҡоштар
Ҡанаттарын ҡағып осона.
Һине һағынып, зар - интизар булған
Атаң барын, улым, онотма!

Улым, Илдар, һиңә ошонда бер - нисә һүҙ генә яҙып ҡалдырайым инде. Күҙеңә ҡарап, тел менән һөйләшергә насип булманы, исмаһам, мин үлгәс булһа ла ҡулыңа алырһың тип ышанам был яҙманы. Эх... Белһәң ине нисек ауыр икәнен?! Иртән торһам да, кис ятып китһәм дә һеҙҙең янығыҙҙа була алмауыма йөрәгем әрней. Нишләп кенә былайтып ғазаплайһың тип яҙмышҡа ла үпкәләп ҡарайым, үҙем ғәйепле шул. Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарым тоталыр инде мине..
Эээй... Төнәгөн фотоальбом араһынан һинең бәләкәй саҡта төшкән фотоңды табып алдым. Бер йәш тирәһе булды микән, шулайҙыр. Һуң атланың бит һин. Бигерәк дәү кәүҙәле булғанғамы, атлайым тип аҙым яһауың була, лып иҙәнгә ултыра төшәһең. Үҙең эй тырыша торғайның! Бер мәл стенала йәбешеп торҙоң да, алпан - толпан баҫып киттең дә барҙың! Эээй... Ул ваҡытта хәҙерге һымаҡ ҡул осонда фото төшөргөс тә юҡ. Әсәйең шул мәлде мәңгелләштерәм тип күрше Фәтихтәргә сығып йүгергәйне. Ә мин һине улар ҡайтып ингәнсе кескәй ҡулдарыңдан тотоп ебәрмәй торҙом. Шул фото һаҡланған. Ҡабалан ғына төшөрөлгәне күренеп тора, ярым - ярты ғына эләккәнһең. Бер тоҡ картуф биреп шул фотоны эшләтеп алып йөрөүем иҫтә ҡалған.

Нисек кенә йәшәп ятаһыңдыр инде, улым? Әртискә уҡып йөрөйөң тип ишеттем, маладииис! Был яҡтан һин олатаң мәрхүмгә тартҡанһыңдыр. Ул да бит табындарҙы йәмләп, көр тауышы менән йырлай ҙа ултыра торғайны мәрхүмкәй. Бына миңә ул нәмә бирелмәгән. Элегерәк , йәш саҡта, әҙ - мәҙ йырлап маташа инем. Аҙаҡ ул һәләт тә һүнде. Һағыштан ғына йыр һуҙмағанда инде...
Күргән - белгәндәр һине оҙон буйлы, зәңгәр күҙле егет тип һөйләйҙәр. Бәләкәй сағыңда әллә ни иғтибар итмәнем микән, нишләптер ҡуңыр күҙле тип иҫләйемсе һине, улым. Үҙгәргәндер. Буйыңдың оҙонлоғо миңә тартҡандыр инде. Йәш саҡтағы ҡушаматым " ҡолға " була торғайны, шул һонторлоғом арҡаһында! Хәҙер генә ул, ҡолғанан һөлдәгә әйләнеп йөрөлә. Күҙеңдең төҫө әсәйеңдән күскән, улым. Шул ҙур зәңгәр күҙҙәргә ғашиҡ булып, әсәйеңде үҙемә ҡаратам тип ҡанға батып һуғышып йөрөгән мәлдәр бар ине. Әйе лә, юҡ та тимәй, яҡын да юлатмай, әллә ни ситкә лә типмәй ымһындырып тик йөрөнө. Әрмегә саҡырыу килгәс , оҙатыу табынына саҡырҙым, килмәне. Тик иртәгеһенә генә, район үҙәгенән машина менән ҡуҙғалып китергә торғанда, йән - фарман йүгереп килеүсе һөйгәнемде күреп шатлығымдың иге - сиге булманы. Бер - нисә минут эсендә аңлашып, ул мине көтөргә вәғәҙә биреп тороп ҡалғайны.
Эй, ул ваҡыттағы хат яҙышыуҙар! Ике араны һыуытмай осто ғына инде ул хаттар. Әсәйең бер хатында яҙғайны хатта: " почтальонка апай мине ирештереп, ошо Нәфисәгә хат ташый торғас, аяҡ - быуындарымдың йәне лә ҡалмай тип әйтә " . Ҡайҙан инде ул ваҡытта хәҙерге һымаҡ телефон тотоу, хат көтөп күҙ талдырған да йөрөгәнбеҙ инде.
Ҡайтҡас та өйләнештек. Әсәйем, " тәүҙә берәй ергә эшкә төш, кәләш алыр өсөн дә аҡса кәрәк бит, ҡалымын ҡалайтып түләйбеҙ? "тип зарланһа ла тыңламаным шул, әсәйеңде юғалтыуҙан ҡурҡҡанмындыр инде. Аллаға шөкөр, ҡалымын да түләнек, күлдәген дә алдыҡ, башҡа кәрәк - ярағын да. Кемгәлер утын ярып, кемдеңдер йорт - ҡаралтыһын йүнәтеп аҡса эшләгәнем иҫтә ҡалған.
Әсәйеңде һаҡла, улым. Йәш сағынан сабырһыҙ булды, йөрәгенә көс төшөрмәһен, һине аяҡҡа баҫтырыр кәрәк бит уға. Иң ауыр ваҡытығыҙҙа янығыҙҙа була алманым, кисереүегеҙгә лә өмөт итә алмайым. Әллә нишләп икенсегә тормошҡа ла сыҡманы, һуң, әле йәш бит әле? Әллә һин ҡаршы киләһеңме , улым?
Һиңә биш йәш тулған йылы ошо өйҙө күтәреп эш итеп сыҡтыҡ. Эй, ул ваҡыттағы шатлыҡтың ҙурлығы! Шулай булмай ҙа, яратҡан кешемә өйләндем, бынамын тигән улым бар, эшем бар, тағы нимә кәрәк! Ээй, аллаға шөкөр тип әйтмәгәнмендер инде, шул йылдың көҙөндә үк һеҙҙе юғалтырмын тип кем уйлаған?!

Ауыл фермаһының гөрләп торған ваҡыты. Йәш саҡ, дәртле, дарманлы саҡ, көс ташып тора. Ябай малсы булып эшләп йөрөгән мәлдә мине председатель итеп күтәреп ебәрҙеләр! Халыҡ бер тауыштан минең кандидатураны өҫтөн ҡуйған тип әйттеләр аҙаҡ. Район кимәлендә алдынғы хужалыҡҡа әйләнеп, күрһәткестәребеҙ апаруҡ алға сыҡты. Тик һауынсыларға бер аҙ ҡытлыҡ булды. Нәфисәгә, әсәйеңә лә эшкә сығырға тәҡдим иттеләр, үҙем ҡаршы төштөм. Ҡыҙғанғанмындыр инде. Һауынсылар етешмәгәнлектән, күрше ауылдан йөрөп һауыусылар алдыҡ. Көнөнә өс мәртәбә килеп һауалар, туғандары булғандар туҡтап та ҡала ине. Шулар араһында бер йәш кенәһе, әллә әсәйеңдең ысынлап бер алыҫ туғаны булды микән, үткән - һүткән һайын "еҙнәй" тип шаяртып һүҙ ҡушып бер булды. Уңайын тап килтерергә тырышып гел янда урала торғайны. Халат итәктәрен самаһыҙ өҫкә күтәреп, яланғас аяғын күрһәтеп эргәлә буталанды. Юҡ, әсәйеңә хыянат итергә уйымда ла юҡ ине. Ярата инем бит һеҙҙе мин. Йәнемдән артыҡ күреп ярата инем...
Малсылар слетынан маҡтау ҡағыҙы алып ҡайтҡас , уңышыбыҙҙы билдәләргә булдыҡ. Йылтыр - мылтырҙар, тәм - том алынды. Аҡ таш битләүенә сығып ултырғайныҡ. Ҡыҙып кителгән шул. Уянып китһәм, теге "ҡыҫҡа итәктең " түшәгендә ятам. Ул ҡайҙан килеп сыҡҡан, нисек уның йортона барып эләккәнбеҙ - береһен дә иҫләмәйем..
Әсәйеңә был " яҡшы " хәбәрҙе тиҙ еткергәндәр. Ҡайтыуыма илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән ине. Бер нәмә өндәшмәй кейем - һалымдарын йыйнаны ла һине етәкләп сыҡты ла китте. Аңлашырға ла тырышып ҡараным, ғәфү итер бәлки тип уйлағанмындыр, һүҙҙәремде ҡолағына ла элмәне шул.. Һинең ҡулыңда мин ағастан яһап биргән уйынсыҡ машина ине. Шулай китеп юғалды әсәйең. Ҡайтыр тип күпме көттөм, өмөт иттем, бушҡа ғына булды. Артығыҙҙан барып өгөтләп тә ҡараным, тыңламаны шул, ғәфү итмәне. Һиңә тейешле аҡсаны алыуҙан да баш тартты. Ээй, ул ваҡыттағы ҡала менән ауыл араһын тапауҙар! Ҡурҡҡаным алдыма килеп, һеҙҙе бөтөнләйгә юғалттым шул. Ғәфү итмәне әсәйең. Ҡәйнәм йортона ла ҡайтмай, ҡалаға килеп бүлмәлә йәшәй башлағанһығыҙ. Күпме ауырлыҡ үткәргәндер инде башынан, үҙе генә белә...
Өйләнешкән йылы, мөхәббәтебеҙ билгеһе итеп, тау битләүендә ҡуш ҡайын суғына ал таҫмалар бәйләгәйнек. Гел генә ҡарап, һаҡлап торорға тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Дөрләп сығып киткән көнө шул ҡайынға барып, таҫмаларҙың береһен йолҡа тартып алған. Таҫма менән бергә ботағы ла һынып сыҡҡан. Әллә нишләп шунан һуң алға китә алманы ул ҡуш ҡайын, йылдан - йыл ботаҡтары ҡороп, үткән йыл бөтөнләй тамырынан ауҙы..
Осрашыу өмөт итеп күп тапаным инде һеҙҙең яҡты. " Илдар артислыҡҡа уҡырға инде. Уның исемен бысратып, кем икәнеңде танытып йөрөмә! ошоға тиклем һинһеҙ йәшәнек, бынан һуң да бирешмәҫбеҙ!! " тип ҡырҡа һуҡты әсәйең. Шунан һуң һине күреүгә өмөт өҙөлдө. Шулай ҙа ҡасан да булһа бер килеп инерһең , " атай " тиеп һүҙ ҡушырһың тип көттөм, көтәм. Һуңғы арала йәшәүҙең дә ҡыҙығы ҡалмай башланы. Эске яғын да алға сығара башланым . Түш тапҡыры ла әсетеп һыҙлай башланы. Әллә ғүмер аҙағына ҡарай яҡынлайым микән?
Әсәйеңде һаҡла, улым. Уның бер ғәйебе лә юҡ беҙҙең бергә йәшәй алмауыбыҙҙа. Тыуған йорт нигеҙенә мин үлгәс булһа ла килеп әйлән! Бәләкәс сағыңда уйнаған ағас уйынсыҡтарыңды тоҡҡа тултырып келәткә һалғанмын. Балаларыңа бирерһең...
Кисерә күр, зинһар! Мин һеҙҙе яратам!! сәләм менән - атайың "

Хат уҡылып бөтөлдө. Баяғы ауыр тынлыҡ был икәүҙең иңенә тағы ла ҙурыраҡ ауырлыҡ һалғандай итте. Көс еткеһеҙ ауырлыҡ...
- Ә бит әсәйем дә ғүмер буйы уны яратҡан булған...
Тынлыҡты Илдарҙың ҡалтыранған тауышы бүлде.
- Атайымды ерләгәндә ҡатындарға зыяратҡа ярамай тиһәләр ҙә эскә үк үтеп ергә сүгәләп илағайны. Ҡайтҡас миңә лә шул турала әйтте. Тәүге осоро төндәрен исемен әйтеп уянам, эргәмдән эҙләй башлайым, урамда осраған һәр ир затында атайың йөҙөн күреп һаташа торғайным, тине...
Илдар түҙмәне. Баянан бирле тығылып торған күҙ йәштәре, юл тапҡандай, аҡтылар ҙа аҡтылар... Ир - егетте иламай тиҙәр. Ҡайғы алҡымыңдан алып, һағыш үҙәгеңде өткәндә күҙ йәштәре лә файҙа һымаҡ. Тик ниндәй үкенес уны илата икән: атайһыҙ үткән бала сағын йәлләйме, әллә икеһе ике яҡта зар - интизар булып ғүмер үткәргән атайы менән әсәйе өҙгөләйме?! Билгеһеҙ.

... Ятаҡ ҡаршыһында үҫкән ике ҡайын , осрашырға теләгәндәй, тәлгәш - суҡтарын һуҙа. Юҡ шул. Булмай. Арала тик ел, ел - хыянат йөрөй...

 

Зилә Әминева-Сирғәлина.

Автор:
Читайте нас: