( инәйемдең иҫтәлектәренән)
,,...Беҙ бейә имсәгеләй икәү генә торҙоҡ та ҡалдыҡ әсәң менән.
Ағайыбыҙ Сирғәле ун етеһен тултырҙы ла, арҡаһына тоғон йөкмәп , билғауына балта ҡыҫтырып,һуғышҡа китте лә барҙы,Аҡман-тоҡмандың бәйҙән ысҡынып ҡоторған мәле ине.Әсәйебеҙ Биләриттә,урманда.Мин ун дүрт йәштәмен.Бәйет сығарып һөйләйем,эсемдәге хәсрәтте бүҫкәртеүем инде.
Һине әле иҫкә аламын
Силләү башлы, ғәзиз ағайым.
Әсәй ҙә юҡ һине оҙатҡанда
Ике етем тороп ҡалғанбыҙ.
Һине оҙаттыҡ беҙ икәү генә-
Гөлшат һеңлем туғыҙ йәшт(ә)ине
Әсәй китте тыруд әрмиәгә-
Һин киткәндә өйҙә юҡ ине.
Асығыуҙан тамам йонсоп алғас,
Һуйып ашаныҡ беҙ һарыҡты.
Йетем ҡалды беҙҙең бәрәсебеҙ-
Әсәһен һорап баҡырып зарыҡты.
Шулайтып йырлап, илайым. .Тағы ла күп йырҙарым бар ине,онотолоп бөткән инде...Бер һарығыбыҙ бар ине,шуны күрше бабайҙан һуйҙырып алдыҡ.Бәрәс кенәһе ҡалды, әсәһен таптырып ,баҡырып тик тора уныбыҙ.
Берәр ҡырҡым ғына итеп,көн аралаш сейле-бешле ит бешереп ашайбыҙ ҙа,өй ныҡ һалҡын булғас,Гөлшат менән икәүләшеп плитәгә түшәк түшәп менеп ятабыҙ,шулай йоҡлап йөрөйбөҙ. Әсәйебеҙ ҡайтып төштө бер заман.
Улының,Сирғәле ағайыбыҙҙың, һуғышҡа киткәнен ҡайтҡас ҡына белде.Хат яҙмағанбыҙҙыр инде,адресын белмәгәс.Килеп тороп йонсоғанбыҙ,ырыҡта ғына булып ҡалдыҡ.Әсәйебеҙ үҙе лә йонсоу,ябыҡ.Март айы һыуыҡ.Әсәй урындыҡта ята, ауырып,эшлектән сыға яҙып ҡайтып төштө Биләриттән.
-Ағайығыҙҙы оҙатырға кемдәр килде?-тип һорашҡан була .
-Бер кем килмәне,тибеҙ.
-Әәәәй,ашап -эскән саҡта дуҫ-иштәр күп ,
Веремяһы килһә- береһе юҡ!.-әсәй илай.
Атайыбыҙ юҡ, үлеме,тереме икәнен дә белмәйбеҙ..Атайҙы утыҙ дүртенсе йылдың көҙө ине микән ,ҡулдарын артҡа шаҡарып бәйҙәп, алып сығып киттеләр,халыҡ дошманы, тип.Активис,каммунис булған.Көҙ булғандыр шул... Әсәйең сәңгелдәктә ятҡас...Сибек ,ыслабый булды әсәң.
Ғәйзә,был бала шәбәйерлек түгел,үлһә-үҙеңә еңелерәк булыр,тип әйткәне иҫтә ҡалған атайымдың...Атайым шул китеүҙән ҡайтманы.Атайҙарынан яҙһындар былар, тип беҙҙе берәйһе ҡарғаны микән,әллә Хоҙайҙың ҡушыуымы-атайыбыҙ-арҡа терәр кешебеҙ булманы.Ағайыбыҙ ҡырҡ бишенсе йылдың сентябрендә һәләк булды.Ҡара ҡағыҙ алдыҡ.Һуғыш бөткәс бит әле...Ана ҡайта,бына ҡайта,тип һағынып көтөп торғанда .
Тәфтизан менән Сирғәле ағайымдар йылҡы өйөрөндәге өйрәтелмәгән тайҙарҙы өҙәңгеһеҙ һыбайлар ҙа сабырҙар ине.Арттарынан ел етмәҫ ағайҙарымды нисек итеп ул пуля ҡыуып еткәндер.Әрәм булдылар, әйтәүер...
Әсәйем көттө атайҙы...Улын көттө...Әсәгә улы ғәзиз шул,ер-һыу иланы әсәйебеҙ..Эй,был башҡорт ҡатындарының эс-бауырҙары берәй заман нужа, ҡайғыларҙан бушармы икән,тип уйлап ята инем әсәйемдең төндәр буйы илап,һыҡтауҙарын ишетһәм...
Сәхрә ,урмандарҙа ,ай,юл ҡайҙа
Һыуһап та ғына киттем,ай,һыу ҡайҙа.
Инде лә генә беҙгә күрешеү ҡайҙа-
Төштә лә генә күрһәң шул файҙа...
Әсәйем,бахыр ғына ,шулай йырлар ҙа,илар ине...
Күрше ҡатындар хәл белергә инәләр ҙә,оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар.
-Мынау ғына балларыңды таштап киттең дә барҙыңсы...-тиҙәр.
-Аһ-аһ...Сикәңә нагандарын килтереп тоҫҡағас,бараң инде,-әсәй шыбырлауға күсер ине...Берсиҙәтел Сибәғәт йоҙроҡтарын төйөп, өҫтәлде былаялайым туҡманымы.Балларҙы ҡарап тор,тип аҡса ҡалдырып киттем,Бер тинен дә бирмәгән...
Рәнйенем хатта,-тине әсәйем.
Әсәйебеҙ арыуланғас, Ҡараһаҙға утарға күсеп барҙыҡ.Әсәй бригадир булып йөрөй.Беҙ,ҡыҙҙар,ауылды һағынып бер булабыҙ.Ун саҡрым тирәһелер ауыл утарҙан.Ҡасып ҡайта ла киләбеҙ.Бер тар ғына таҡыр һуҡмаҡты әҙ йышманы инде беҙҙең ярылып бөткән табандар.Ҡасып ҡайтҡан һайын әсәйебеҙ беҙҙе сәстән һөйрәтеп йөрөп туҡмар ине.Быҙау әсәһенә ҡушылһа ла туҡмалабыҙ.Беҙ илайбыҙ,аҙаҡ беҙҙе йәлләп әсәйебеҙ үҙе илай.
Уҫал бригадир,тип әйтәләр ине әсәйҙе.Ирҙәрҙе лә сыбыртҡылап эшкә ҡыуа ине.
Көҙ еткәйне, Гөлшат уҡырға төштө.Ҡар яуғансы уҡыны ла,ташланы.Аяғыбыҙҙа юҡ.Батинкаһыҙ аяҡтар өшөй.Ауылда торһаҡ,мәктәп яҡын да бит,утарҙан йөрөүҙәре ай-буй инде.Әсәңә уҡыу етмәне,уҡыһа калхузда бухалтир булып ултырыр ине,хисапҡа шәп бит.Егет,ҡыҙҙарҙы трактористар курсына йыйҙылар ,мин дә киттем уҡыуға.Трактарис булып киттем.Целинаны күтәрҙек инде.Көнө-төнө ҡорос аттан төшмәй.
Эшләйбеҙ,йәшлек менәндер инде арыу- талыуҙы белмәйбеҙ.
Йырларға ла,күңел асыуға ла ваҡыт табабыҙ.
Ел һелкетә,ел шаулата
Ағиҙел ҡамыштарын.
Мин яратам колхуздарҙа
Тырактор тауыштарын!
Беҙҙең һөргән ерҙәребеҙ-
Самарский-Майыский!
Беҙҙең һөйгән йәрҙәребеҙ-
Город Магнитагорскый!!!
Шулай таҡмаҡ йырлай инек.Дөртле лә инек үҙебеҙ.
-Һөйгән йәрең Магниттыҡы инеме?
-Юҡ инде.Таҡмаҡ бит.
- Ә ҡайҙан ине ,егетең,инәй?
-Ҡайтайым ҡуй,-инәй сынаяғын түңкәрә лә,тупһаға сыға, аяғына кейә башлай- иртәнсәк ташлап сығып киткәйнем донъямды!
Бына ҡарале,тракторҙан тапалған аяҡ шулай шешә лә китә,галушты ла һыйғыҙып булмай.
-Самый ҡыҙыҡ еренә еткәс,донъяһы иҫенә төштөсө!Егетең ҡайҙан ине?
-Күрше ауылдан ине...
-Һөйләсе...
-Онотолоп бөткәс...аның нимәһен һөйҙәйем икән...-инәй галуштарын сисә лә ,кире урынындыҡҡа менеп ултыра.
-Өрҙөр самауырыңды. Һөтөн күп ҡоймай ғыны яһа сәйеңде.
Берәм-берәм булып хәтеренә төшкөн хәсрәтен бушатырға яйы сыҡты инәйемдең,ана бит, апаруҡ тарих теҙеп ташланы.Етмәһә, ихлас тыңлаусы бар:
-Тракторист булып эшләп йөрөйөм.Яҙ .Баҫыуҙамын көнө-төнө.Ер һөрәбеҙ .Сәсеү башланған .Һөрөлгән ҡара ғына дымлы тупраҡҡа орлоҡто сәсә һалырға кәрәк.Йыл ҡоро килмәксе.Ал да юҡ,ял да юҡ.Яланда ҡыуыш ҡорғанмын да,төнгөлөккә ҡайсаҡ шунда ҡалам.Ҡыуышым ҡупшы ғына.Ишегендә бөркәнсеге лә бар.Ожмах инде талсығып ҡайтҡан кешегә.Тимер өҫтөндә ҡаҡтығып-һуҡтығып йөрөп,йәшәл үләнгә һуҙылып яттыңмы,тәнең дә,йәнең дә ял итә.Шулай эңер ауған мәл,усаҡ яғып ебәреп,ҡара сәйнүгемде утҡа элгәнмен.Үҙем ҡыуыш эргәһендә салҡанан төшөп ятам.Яңы морон төрткән йәшел генә үлән еҫтәренә иҫереп ятыуым-әле генә һауылған бейә һөтө һымаҡ баллы-татлы ер еҫе!Сәйнүгем урғып ҡайнап сыға ла,сәйнүктең ҡапҡасы сытыр-сытыр итеп бейей башлаһа,һикереп торам,сәйем ташып,түгелеп,усағымды һүндермәһен! Ашъяулығымды йәйеп торһам,ике һыбайлы ҡыуышым эргәһенә килеп туҡранылар ҙа,аттарынан төштөләр.Береһе,тәмәкеһен ҡырын тешләп алғаны- күрше ауылдан.Һуғыштан ҡайтҡан тәпәшәк буйлы ағай,таныным уныһын.Ә бына икенсеһен-һоро юрғалыһын тәү күреп тороуым.Бәһлеүән инде!Юрғаһының билкәйе нисек сыҙай икән ,тип уйлайым атты йәлләп.
-Сәйеңдең еҫе тирә-яҡҡа таралып киткән,туҡрап сәй эсеп китмәһәк яҙыҡ һымаҡ булыр,ҡарындаш.Тамаҡ сылатырбыҙ,һиңә сауабы булыр.
-Сәй менән генә һыйлап ебәргәндәй хәл бар,ағай,өйрә йылытайым, асыҡһағыҙ.
Ҡыуышымдан түшәк сығарып,юлаусыларымдың аҫтына түшәйем.
-Бейә эҙләп йөрөү.Ялан яҡта йөрөп ята бер бейә ,тигәстәр,ошо яҡҡараҡ тарттыҡ,ҡарындаш.Һин әллә Нүрғәле ағайҙың ҡыҙыһыңмы,тас ҡына шуға оҡшап тораһың?Тырактарис ,тип һөйләйҙәр ине шул.Була бит батыр,сая ҡыҙҙар,-ағай кеше юлдашына күҙ ҡыҫып ебәрҙе.Тегеһенең ике күҙе миндә,тракторист тигәнгә иҫе киттеме,әллә тәүгә минең һымаҡ ҡыҙҙы күреүеме.Сәс толомдарым оҙоон,үҙем тас ирҙәр һымаҡ кейенеп алғанмын шул.
-Эйе,Нүрғәле тигән кеше булған атайым.
Ағай кеше тирә-юнде байҡаштырып ултыра,үҙе тәмләп сәйен һемерә.
-Әллә Ирәндек менеп ҡарамаһаҡ.Ҡусты,Ирәндеккә апарайым үҙеңде.Бер үркәсте артһаң-икенсеһе,анан -өсөнсө.Әкиәттәге Ҡафтау ише инде беҙҙең Ирәндек.Тау башына менеп еттениһәң-бөркөттәр кәйелеп кенә осоп йөрөр ,эйәр башыңа ыласындар үҙҙәре үк килеп ҡуна булыр.Әкиәт инде!Ярай ғуй,юлдағылар юлда булайыҡ,рәхмәт,ҡарындаш.
Ҡунаҡтарым аттарына менделәр ҙә,Ирәндек яғына юл алдылар.Миңә,ниңәлер күңелһеҙ булып ҡала.Йөрәгем леп-леп итеп,күкрәгемдән сығырҙай булып тибә...Ҡыуышҡа ингем килмәй,усаҡ эргәһенә генә түшәгемде йәйәм дә ,күктәрҙе күҙәтеп оҙаҡ итеп ятам-күк йөҙө йондоҙҙар менән тула,улар ғәйәт күптәр-энә төртөр урын да ҡалмай.Биллаһи!
Күҙемде йомһам ғына ат өҫтөндәге һыбайлы егет килә лә баҫа!
,, Юлы тағы ла беҙҙең баҫыу аша үтһен ине!Бейәләре табылмайса,тағы беҙҙең тарафтарға килеп юлыҡһын !Юҡ!Беҙҙең яҡҡа киске уйынға килһен.Бынау ирҙәр кейемен сисеп ташлап,сатин күлдәгемә баҙыяндар бөркөп,кәйелтә баҫып барыр инем киске уйынға!,,
Күҙҙәрем-йондоҙҙарҙа !Йырып сыҡҡыһыҙ күптәр!Бөгөн ул йондоҙҙар шул ҡәҙәрем серле итеп емелдәшәр.
Татлы хыялдарға сумам,бер ваҡытта ла татып ҡарамаған бәхетте татып ҡарағым килә!
Йоҡоға китәм.Әллә һаташам,әллә төш күрәм,имеш.Киске уйынға сыҡҡанбыҙ .Ҡурай тартҡан егеттәр,бейеүсе ҡыҙҙар мәж киләбеҙ.Эй таҡмаҡ әйтешеп,ерҙең өҫтөн дыу һеңкетеп бейейбеҙ,имеш.Кисәге бәһлеүән быж-быж итеп ҡурай тартып,эргәмдә өйөрөлөп йөрөй икән,тим.Шунан ҡурайын уйнап бөтә лә,ҡолағыма әллә нимә бышылдай...Ҡолағым янып китә икән,тейем.
Уянып китһәм дөм ғара бер бейә ҡолағым төбөндә генә үлән ашап йөрөй .
-Табылды бит теге икәү эҙләгән бейә!Ҡапыл ғына ялбыр ялдарына сытырлап йәбешәм.
Ишетте Хоҙайым!Һыҙылып ҡына таң атып килә.Һөрөлгән ер өҫтө алһыу-көрән генә төҫкә ингән,шыйыҡ ҡына булып томан күтәрелә.Әкиәттән килеп ингән һымаҡ был йылҡы малы.
Ҡайһылайтырға был бейәне?Йүгәне, йә тышауы юҡ.Дөм ҡара ғына ялдарынан бармаҡтарым менән тарайым да,маңлайынан һыйпайым.
-Ошонда ғына йөрө,матурым!Бәһлеүәнең үҙеңде эҙләп тапҡансы ,тим.
Эштән әйләнеп килеүемә бейәм ҡолонлап ,ҡолононоң мороно ап-аҡ күбек булып әсәһен имеп тора!
Теге ике һыбайлы тағы килделәр.Был юлы сәйләп торманылар. Һөйөнсөгә бер яулыҡ вәғәҙә итеп,ҡайтып киттеләр.
Иртәгеһен теге егет матур яулыҡ тотоп килгән.Түбәм күккә тейҙе!Бүләктән былайыраҡ ҡунаҡ егеткә һөйөндөм.Минең ҡыуышыма бер ҡосаҡ нур йөкмәп килеп индеме ни үҙе!Төштә күргәнемдәге һымаҡ,ҡурайсы булып сыҡты был егет.Түшәгемдең ситенә генә ултырып,ҡурайында моңло итеп уйнаны.Бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ та ҡуйҙыҡ .
Шулайтып ҡурайсым гел генә килеп йөрөр булды.Һөйгәнемдең бер генә һулышынан да ҡабынып китер булам.Ул ҡайтып китһә,төндәремдең тылсымы ҡаса ,киң йыһандар тар булып ҡала.Әле генә һөйөү тулған ҡыуышым һалҡын була ла ҡуя.
-Көҙ көнө яусы ебәрәм үҙеңә,шунан үҙем менән Өфөгә алып китәм ,- тине бер килгәнендә.Өфөгә уҡырға инеп ҡайттым,тине.Һинән башҡа ла трактористар бар,ерҙе егеттәр һөрөр,тине.Октябрь байрамына ҡайтырға тейеш тә,туй яһап,мине алып китергә тейеш!
Ҡырыҡ алтынсы йылдың көҙө баҫыуҙы зәпкә һөрөп йөрөйбөҙ.Минән башҡа тағы ике тракторист ҡыҙ.Мин алдараҡ барып сығып,тракторҙы һүндереп ҡуйҙым.Ҡыҙҙарым килеп еткәнсә,тип ,һөрөлгән ҡара ер өҫтөндә торам көтөп.Эңер мәле лә,өҫтә ҡара кейем.Ғәйшә тигән тракторисикабыҙ әллә абайламаған мине,йә туҡтата алмай ҡалғанмы тракторын,өҫкә менеп килә.Ҡасып өлгөрәм тигәнемсә,ҡолап китеп,ботомдоң төбөнән трактор тапаны ла китте мине.
-Үлтерҙең Фатиханы,тип зыу килгән ҡайҙа ҡыҙҙар.
-Аяҡ өҙөлдө,теремен,тим.
Ҡуйы ҡан йыртыҡ салбар аша һарҡып сығып,ҡара тупраҡ ҡып-ҡыҙыл булды.Санитарка булып йөрөй ине Хәкимә.Ул килеп еткән.Мин иҫтән яҙғанмын инде.Шул Хәкимә мине арбаға тейәп,ат менән Тубингә балнисҡа апарып ҡайтҡан.
Оҙаҡ яттым йүнәлә алмай.Аяҡҡа баҫып булмай.Ҡултыҡ таяҡ менән йөрөйөм.
Яусылар килмәгән.Минең болниста ятҡанымды ишеткәндәрҙер,зәғиф ҡыҙға өйләнгеһе килмәгәндер...
,,Мөхәббәт шулай буламы икән ни.Яратмағас,ниңә һандуғас булып һайраның икән..Яҫтығымдың кәпрәненә тиклем лысма һыу була,төндәр буйы илап сығам.
Йүнәлеп ҡайтыр көнөм булды.Әсәйем менән Гөлшат ат егеп килгәндәр. Сатанлап сығып ултырҙым арбаға.
-Ярай ,балам,үҙең иҫән.Ә теге ҡурайсының һей күҙенә.Өфөнө түгел,Мәскәүҙе күрерһең,ары үтеп китерһең.Яҙмышыңа яҙған бүтән булыр.Дуҫ бар,дошман бар.Береһе бысаҡ,береһе балта ҡайрап торор.Һөйләрҙәр-ишетмә!
Мәңге ярлылыҡ,бөтмәҫ хәсрәттәрҙән беҙ ҙә бер саҡ азат булырбыҙ,Алла бойорһа.Тыуған ерҙән,тыуған төйәктән генә биҙмәгеҙ.Тыракторыңа тағы ултырырһың,шундай йомарт бит ҡара ер өҫтө,әллә күпме ер һөрөрһөң,иген үҫтерерһең,Тыуған илеңдең бер һөйөклө-һөймәлекле ҡыҙы булырһың!- әсәйебеҙ атын ҡыуып килә,үҙе шулай мине йыуатып бара.
Эшкә сыҡтым.Тракторымды шул тиклем һағынғайным!Ялан, ер эшен шул тиклем яраттым.Егерме йылдан ашыу тракторҙан төшмәнем.
Хөкүмәт хеҙмәтемде баһаланы,Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ орденын тапшырҙы.Әсәйемдең әйткәне хаҡ булды,Мәскәүгә барып алдым.ВДНХ-ла!
Беҙ бала ғына саҡтарҙа Әсәйем көн-төн бәхет һорар ине Тәңренән!Беҙгә,ҡыҙҙарына бәхет һораны.Арыманымы икән һорап,тип уйлаған саҡтарым булды.Ә бәхет һорауҙан әҙәм балаһы һис төңөлмәй икән!
Түшәгенә ятып киткәнсә,үлеп киткәнсә,Әсәйем беҙгә бәхет һорап ятты.
Миңә ҡурайсы яҙманы,уның ҡарауы әсәгеҙ ҡурайсыға барҙы.Тәүҙәҡурай тауышын ишетһәм,йөрәгем дарҫлап тибеп,тыным ҡыҫылыр булды.Әллә ней бөтмәҫ һағыныу булды.Үтте барыһы ла,һөйөү ҙә,һағыныу ҙа.
Шулай бер ваҡыт беҙҙең яҡ ҡурайсылары,атаңдар, Өфөгә йыйындылар.
Костүм-салбар,аҡ күлдәктәр,ҡара ботинкалар кейеп сығып китте ауылдың ҡурайсылары.Ҙур сәхнәлә уйнағандар.Инде матур булды тей консирттары.Күсейҙән ҡурайсылар бармы,тип һорашты ти бер уҙаман.Беҙ Күсейҙәр,тип маһайып торғандар инде беҙҙекеләр.
-Фәтиха тигән ҡыҙ бар ине һеҙҙә,Ни хәлдә икән?
-Минең ҡайынбикәм ул.Мирауай ҡайынбикәм минең!Бөгөн бейергә тейеш ине консиртта,тағы ла миҙал бирәбеҙ,тип Мәскәүгә саҡыртҡандар,-атаң баяғы консирттән һуң кәйефләнеп алған булһа,маһайғандыр инде.
-Мирауай тиһең инде...-башҡа бер һүҙ өндәшмәне,ти теге кеше,-шым ғына сығып китте, ти.
Аллаға шөкөр ,кеше араһында кәм булманым.Йөҙөм яҡты булды.
Ярлылыҡ юҡ,тормош етеш.Йорт-ил тынс.Яҡты донъялар әсәй менән атайҙың йылы ҡарашы һымаҡ...
С.Тамимдар.
Сығанаҡ: Сулпан Абдрахимова