Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
20 Февраль , 15:04

Вәғәҙә йөҙөгө

Күҙҙренән ағып сыҡҡан йәштәрен инәй алъяпҡысының сите менән генә һөртөп алды. Шул ваҡыт уның йөҙөндә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағыш сағылды. Дүрт бала табып та, ҡартлыҡ көнөндә ҡарауылсыһыҙ ҡалған инәйҙең хәсрәтен йәш йөрәгемдең һәр бер күҙәнәге менән тойҙом.

Вәғәҙә йөҙөгө
Вәғәҙә йөҙөгө

Йәмилә әбей йырлай-йырлай йөн иләй. Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары уның аҡ яулығына, ҡара бөтрөктәр төшөрөлгән күлдәгенә төшә. Йылдар ауырлығынан кәүҙәһе бер аҙ бирешһә лә, ул етеҙлеген юғалтмаған. Еп-еңел атлап йөрөп иҙәнен дә йыуып сығара, керен дә үҙе ағарта. Был өйҙә иң иғтибарҙы тартҡаны – ҡыҙыл китаптан эшләнгән боронғо китап шкафы. Әбейҙең күҙ ҡараһындай һаҡланған китаптары шунда рәт-рәт булып теҙелгән. Йәмилә әбей ҡомған алып, бисмиллаһ әйтеп, ҡулын йыуа ла, берәр китапты алып, көйләп уҡый башлай...

Беҙҙе, Совет осоро балаларын, дискотекаларҙа ҡотороп бейеүсе ҡыҙҙарҙы, төндәр буйы мотоциклдарҙа елдереүсе егеттәрҙе, Йәмилә инәй нимәһе менән үҙенә тартты икән? Моғайын да ябайлылығы, ғәҙеллеге менәндер. Беҙ уның өй алдындағы эскәмйәһендә төндәр буйы ултыра инек. Ә башҡаларҙың ҡапҡа төбөнә барып ҡара! Асыуланған хужа килеп сығып, беҙҙе ҡыуып ебәрә ине. Ә Йәмилә инәй улай итмәй. Намаҙға тәһәрәт алырға сыҡҡанында ҡомғанын ултырта ла , беҙҙең янға килә.

- Ә балам һин кемдең ҡыҙы булаһың? Мәһрижманмы? Собханаллаһ, бигерәк тә әбейеңдең йәш сағына оҡшап тораһың?Ул да шулай ҡыңғырау сыңлағандай матур итеп көлә торғайны. Һай, ғүмееер...

Ул һәр беребеҙ менән шулай һөйләшеп сығыр ине. Татлы һүҙҙәре менән беребеҙҙе лә мәхрүм итмәне. Күршем Рәмзиәне лә, Раушанияны ла...

Беҙҙең уның янына килеп, йоҡлап сыҡҡан ваҡыттар ҙа булды. Яңғыҙлыҡты ауыр кисергәнен белеп, әсәй-атайҙарыбыҙ беҙҙе махсус ебәрә торғайны. Ярты литр яңы һауған һөт алып, мейестән яңы сыҡҡан икмәк тотоп килһәң, инәйебеҙ шатлығынан нимә эшләргә лә белмәй торғайны. Иң элек ултырып алып доға ҡыла, һуңынан беҙгә теләктәрен теләй башлай.

-   Йә Аллам, ярҙамыңдан ташлама. Мәңге бәхетле бул балаҡайым. Яҙмыш үҙеңә тиң яртыңды бирһен. Амин!

Уның артынса Амин, Амин тип ҡабатлайһың.

Бер кисә әсәйем һөт ҡойҙо ла, Йәмилә инәйҙә индереп бирергә ҡушты. Ул ахшам намаҙын уҡый ине. Уны бүлдермәҫ өсөн, карауаттың бер ситенә генә ултырып көтә башланым. Өй киске шәфәҡ нурында балҡый, тәҙрә рамына үрмәкес ҡорған ауға эләккән себендең зыңлауы ғына ишетелә. Инәй көйләй-көйләй намаҙ уҡый. Уның тауышы шундай моңло, ҡолаҡты иркәләй. Үҙем дә һиҙмәҫтән йоҡлап киткәнмен. Инәйҙең йомшаҡ ҡына ҡулдары сәсемә ҡағылыуына уянып киттем.

- И, балам, уяттыммы әллә, сәй ҡуйҙым, - тине ул яратып.

Инәйҙең тәмле кәнфиттәре менән сәй эстек. Сығырға йыйынғанда инәй ҡытыршаланған ҡулдары менән тағы сәсләремде һыйпап ҡуйҙы.

- Аллаһы Тәғәлә һиңә бәрәкәтле ғүмер насип итһен, иншаллаһ. Көслө ихтыярлы икәнеңде һиҙәм. Көслөләргә йәшәүе ауыр балам...

Күҙҙренән ағып сыҡҡан йәштәрен инәй алъяпҡысының сите менән генә һөртөп алды. Шул ваҡыт уның йөҙөндә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағыш сағылды. Дүрт бала табып та, ҡартлыҡ көнөндә ҡарауылсыһыҙ ҡалған инәйҙең хәсрәтен йәш йөрәгемдең һәр бер күҙәнәге менән тойҙом.

Үҫә барған һайын инәйҙең яҙмышы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһындым. Уның дүрт балаһы булып, өсәүһе үлгән икән. Ә ҡыҙы ҡайҙалыр Ташкент яҡтарында йәшәй. Йылына бер тапҡыр ғына ҡайтып әйләнә лә, тағы китә. Ул ҡайтыу менән күңеле менән йәшәреп киткән инәйебеҙ, ҡабат китеүе менән күңелһеҙләнә. Хатта 1-2 көн урамға ла сыҡмай. Моңһоу күҙҙәре менән тәҙрә аша ҡарап, тиҫбеһен тарта.

Бер көндө иһә Йәмилә инәй мине үҙ янына саҡырҙы.

- Әйтеп ҡалдыраһы һүҙҙәрем бар, ҡыҙым. Донъяға һәр кем бәхетле булыу өсөн килә. Үҙ бәхетеңде ысҡындырма, ғүмергә үкенеп, һары япраҡтай һарғайып йәшәрһең...

Кескенә кәүҙәһе тағы ла бөрөшкән, иңдәре дер-дер ҡалтырай. Мин уны йыуатырлыҡ һүҙ тапманым. Йәмилә инәй нәфис кенә итеп эшләнгән ағас тартманан көмөш йөҙөк алды.

- Харисымдың вәғәҙә бүләге – йәшлегем хәтирәһе...

Инәй һөйләй, ә минең күҙ алдыма уның мөхәббәт тарихы килеп баҫа...

Йәмилә ишле ғаиләлә төпсөк бала булып үҫә. Үҙенең шаянлығы, уңғанлығы менән дан тотҡан. Абыстайға йөрөп, дин һабаҡтары алған. Үҙенең өләсәһе лә уҡымышлы кеше булған, бөтә белгәнен енйәнсәренә өйрәтеп, яҡты донъя менән хушлашҡан.

Бына көн етер, Харисы өйөн дә һалып бөтөр, Йәмиләһенә яусы ебәрер... Ләкин яҙмыш уларға ҡауышыуҙар насип итмәгән. Көтмәгәндә Йәмиләнең апайы үлеп китә. Ҡан-ҡәрҙәштәр араһында йыйылып, һөйләшеүҙәр башална. Дүрт баланың олоһона – 12, кесеһенә 2 йәш. Ауылда кем шул ҡәҙәр етемде үҙ ҡанаты аҫтына алыр? Йәмиләнең һиҙгер йөрәге үҙ-үҙенә урын тапмай.

- Харис, йәнем, әйҙә өйләнешәйек, - ти ул өҙгөләнеп. – Күңелем хәүеф һиҙә, зинһар, ташлама! Әйҙә, бөгөн үк мин һиңә йәбешеп сығам.

- Йүләрем, - ти Харис. – Күңелеңдәге тиле уйҙарыңды сығарып ташла. Һине минән бер кем дә тартып ала алмаҫ. Өйөмдө һалып бөтөрәйем инде.

Егет кеҫәһенән фирүзә ҡашлы көмөш йөҙөк алып, ҡыҙҙың бармағына кейҙерә: “Вәғәҙә бүләгем”, - ти ул.

Ә тыуғандар үҙҙәренсә хәл итә:

- Йәтимдәрҙе ситкә ебәреп булмаҫ. Йәмилә уларға әсәй булыр.

Ҡырҡ бишен тултырған еҙнә кеше был тәҡдимде бик хуп күрә. Йәмилә был хәбәрҙе иртә менән ишетә. Йөрәге өҙгөләнгән, ағарынып киткән ҡыҙыҡай тиҙерәк кис булыуын, көтөү ҡайтҡанын көтә. Йәш йөрәк түҙмәй, бер ике күлдәген, яулығын төйөнсөккә төйнәй ҙә осрашыу урынына – шишмә буйына китә. Бер үҙе илап, төн буйына һөйгәнен көтә. Минуты – сәғәт, сәғәте көн булып тойола. Ләкин Харис килмәй. Ҡыҙҙың юғалғанын белеп, ағалары уны таңға ғына барып эҙләп таба. Атаһы никах уҡытҡансы, тип уны келәткә ябып ҡуя. Иртәгә мулла киләсәк, никах уҡытасаҡтар. Икенсе кистә 17 йәшлек саф ҡыҙыҡай 45 йәшлек ир ҡуйынына  инәсәк...

Йәмилә ер тырнап илай, үрһәләнә-үрһәләнә ишек ҡаға. Сеү! Ҡайҙан гармун тауышы ишетелә? Йыр таныш:

Йыуған керҙәремде элдем тышҡа

Сәхрә елдәрендә кипһен тип.

Кемдәр генә беҙҙе ҡарғаны һуң,

Ғүмерҙәре айырым үтһен тип...

Харисы! Харисы йырлай! Тик ниңә ул Йәмиләһен ҡотҡармай? Ниңә килеп ишекте емермәй? Ҡыҙ хәлһеҙләнеп ер иҙәнгә ҡолай.

Йәмилә инәй шул ергә еткәс, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.

- Харисым урманға барған ерҙән үҙ аяғы менән ҡайта алмаған. Аяғына бүрәнә төшөп, өйөнә күтәреп алып ҡайталар икән. Минең кейәүгә сығыуымды әсәһенән ишеткән. Асырғаланып илап ебәргән, меҫкен. Ахырҙа ул гармуны менән беҙҙең ҡапҡа янына килтереүҙәрен һораған.

Йәмилә инәйҙең яурындары ҡалдыранып китте.

- Ғүмерем буйы уны һағынып, илап йәшәнем. Бер яғымда дүрт бала, түшәгемдә ҡарт ир. Күпме тапҡыр бау алып, аҫылынырға ниәтләнем. Етем сабыйҙар хаҡына ҡалдым. Ә Харис менән икебеҙ ҙә, ғүмер буйы һыҡранып, Саҡ менән Суҡ кеүек йәшәнек. Урамда күргәндә: “Әйҙә ҡасайыҡ. Киттек ауылдан”, - тип ялына ине. Юҡ шул, итәгемә тағылған гонаҫһыҙ сабыйҙарҙы ташлай алманым. Үҙем дә таптым... Хоҙай теләмәгәндер инде, өс баламдың тыуған береһе үлеп барҙы.

Инәй тынып ҡалды. Ә мин ҡулына гармун тотҡан Харисты күҙ алдыма килтерергә тырыштым.

- Инәй, ә ул тереме?

- Харис был донъяла юҡ инде, балаҡайым. Үлем түшәгенә ятҡанда уға 30 ғына йәш ине. Өйләнмәне лә, бахыр. Бәхилләшергә барҙым. Ҡулымды ҡыҫҡан килеш йән бирҙе. “Теге донъяла бергә булырбыҙ”, - һуңғы һүҙе шул булды.

Мин көмөш йөҙөктө ҡулыма алдым. Вәғәҙә бүләге булһа ла, ғашиҡтарҙы ҡауыштыра алмаған ул.

- Ҡыҙым, аманатымды һиңә әйтәм, ғүмерем оҙаҡ ҡалманы. Үлгәс, кәфенләгәндә мине гүргә шул йөҙөк менән индерһендәр. Китаптарымды һиңә бүләк итәм. Сит ҡулдарға бирмә. Изге, боронғо китаптар улар. Төҫөм итеп һаҡла...

Мин юғары уҡыу йортоноң икенсе курсында уҡығанда Йәмилә инәй яҡты донъянан китеп барҙы. Уның теләге үтәлде. Йәмилә инәй вәғәҙә балдағы менән ерләнде. Ауылда булғанда зыяратҡа йыш һуғылам. Күрше инәйҙе лә иҫкә төшөрәм. Яҡты донъяла бергә була алмаған Харис менән Йәмилә, бәлки, теге донъяла ҡауышҡандарҙыр. Йә, Хоҙайым, шулай ғына булһын ине...

Фәғилә Шәкирова

 

hakmar.ru

Автор:
Читайте нас: