Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Сыҡ майҙанға
3 Августа , 13:12

Олимпия уйындарында ла һынатмаҫ

РФ президенты ҡушыуы буйынса ярыштар илдең ете төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда үтә һәм октябрь уртаһына тиклем дауам итә.

Олимпия уйындарында ла һынатмаҫОлимпия уйындарында ла һынатмаҫ
Олимпия уйындарында ла һынатмаҫ

Бөгөн Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы сиктәрендә Өфөлә шоссе велоспорты буйынса спортсылар үҙ көстәрен һынаны.

Анастасия Самсонова Өфөлә Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһында шоссе велоспорты буйынса ярыштар сиктәрендә 120 километрға төркөм ярышында еңеүсе булды. Көмөш миҙалға -Марина Комина, бронзаға Кристина Новикова лайыҡ булды, тип хәбәр итә Рәсәйҙең велосипед спорты Федерацияһы.

Бынан алда Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы сиктәрендә Анастасия Самсонова ваҡытҡа шәхси уҙышта алтын миҙал яуланы ла инде.

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы 2028 Йылғы Олимпия уйындарына илдең иң көслө спортсыларын һайлап алыу маҡсатында уҙғарыла. РФ президенты ҡушыуы буйынса ярыштар илдең ете төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда үтә һәм октябрь уртаһына тиклем дауам итә. Программала ҡырҡ дүрт спорт төрө ҡаралған. Велоспорттан һәм триатлондан тыш, Башҡортостанда спорт көрәше, йөҙөү һәм фехтование буйынса турнирҙар үтәсәк.

 

Фото интернеттан алынды.

Олимпия уйындарында ла һынатмаҫ
Олимпия уйындарында ла һынатмаҫ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас