Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
15 Март 2023, 01:40

"Айыҡ ауыл" конкурсы - сәләмәтлек нигеҙе лә

Йәрмәкәй районының Бекетов ауылы халҡы өсөн бушлай диспансеризация ойошторолған.

"Айыҡ ауыл" конкурсы - сәләмәтлек нигеҙе лә
"Айыҡ ауыл" конкурсы - сәләмәтлек нигеҙе лә

Бекетовтар быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында Йәрмәкәй данын яҡлаясаҡ. Әлеге ваҡытта унда спорт ярыштары, мәҙәни саралар менән бер рәттән сәләмәт тормошто пропагандалаған, ғаилә ҡиммәттәрен яҡлаған акциялар ҙа үтеп тора. Күптән түгел ауыл халыҡы өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре диспансеризацияның тәүге этабын үтеүҙе ойошторған. 

Медицина тикшереүен үткән саҡта пациенттарҙың буйы, ауырлығы, ҡан баҫымы, сатурация үлсәнгән. Дөйөм, биохимик анализ һәм ВИЧ-ҡа ҡан тапшырғандар, тән ауырлығы индексын иҫәпләткәндәр. Диспансеризация сиктәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе билдәләнә, ЭКГ алына, сәләмәтлек һәм диспансер күҙәтеү төркөмдәре билдәләнә, ҡыҫҡа профилактик консультация үткәрелә.

Тикшереү һөҙөмтәһендә 19 кешегә диспансеризацияның икенсе этабын - ентекле тикшерелеү үтеү өсөн йүнәлтмә бирелгән. Пациенттарҙы  Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлнара Зәбир ҡыҙы Кашапова,  Анастасия Владимировна Давыдова һәм  Лариса Владиславовна Ғүмәрова ҡабул итте.

 

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: