Шоңҡар
+7 °С
Облачно
Табип мөйөшө
12 Мая 2025, 15:49

Ҡара халатты аҡҡа барыбер алмаштырам

Бөгөн – Шәфҡәт туташтары көнө. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен медицинаға бәйләгән Мәрйәм Байсар ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡара халатты аҡҡа барыбер алмаштырамҠара халатты аҡҡа барыбер алмаштырам
Ҡара халатты аҡҡа барыбер алмаштырам

Кеше – эше менән матур, тибеҙ. Ғафури районының Еҙем-Ҡаран амбулатор дауаханаһында дауаланған был район халҡы Мәрйәм Байсар ҡыҙы Кейекбаева эшләгән йылдарҙы һағынып иҫкә алалыр.
Медицинаға урау-урау юлдар аша килә ул. Полиграф техникумын тамамлағас, Архангель районындағы типографияһына эшкә ебәрәләр. Әммә эше күңеленә ятмай. “Ҡара халатты аҡҡа барыбер алмаштырам”, - тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә ул. Йәш ярымлыҡ ҡына бәләкәс ҡыҙы булһа ла, хыялына хыянат итмәй. Һатҡы медицина колледжына уҡыға керә. Аҙаҡ Силәбе үҙәк дауаханаһында яратҡан һөнәренең хеҙмәт юлын башлай. Инфаркт үткәреүсе пациенттар менән эшләй унда. Ошонда ҙур тәжрибә туплай. “Күҙҙе йомоп та ҡан тамырҙарын таба алам”, - тип шаярта.
Һуңғараҡ Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылына ҡайтып төпләнәләр. Бындағы амбулатор дауаханала шәфҡәт туташына урын булмағас, лаборант һөнәренә уҡый. Бында ла үҙен һынатмай. Анализдарҙы ентекләп тикшерә һәм дөрөҫ диагноз ҡуйырға булышлыҡ итә. Табиптар эшен маҡтаһа, пациенттар рәхмәт әйтә. Бөгөн Мәрйәм Байсар ҡыҙы хаҡлы ялда.
Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен медицинаға бәйләгән Мәрйәм Байсар ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ. “Шифалы ҡулдарың һыҙламаһын, кешеләргә өләшкән йылылыҡ һәм хәстәр үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, әсәй!” - тип изге теләктәрен еткерә ҡыҙы Гүзәл.

Ҡара халатты аҡҡа барыбер алмаштырам
Ҡара халатты аҡҡа барыбер алмаштырам
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас