+7 °С
Облачно


Ғафури районының үҙәк дауаханаһы һәм поликлиникаһында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тураһында район халҡы тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Үҙ эшен белгән, пациенттарына ҡарата яҡты йөҙлө, яҡшы мөғәләмәләге табиптар эшләй унда. Бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Ә район үҙәк дауаханаһының баш табибы Сәфәрғолов Хәкимйән Сабирйән улын республикалабыҙҙа алтын ҡуллы хирург булараҡ беләләр.
Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре! Еңел булмаған, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!