Шоңҡар
+7 °С
Облачно
Табип мөйөшө
8 Января , 14:20

Һәр йәштәге баланың үҙ проблемаһы, үҙ ауырыуы

Педиатр нимә кәңәш итә?

Һәр йәштәге баланың үҙ проблемаһы, үҙ ауырыуыҺәр йәштәге баланың үҙ проблемаһы, үҙ ауырыуы
Һәр йәштәге баланың үҙ проблемаһы, үҙ ауырыуы

Өфө ҡалаһының 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, ял һәм байрам көндәрендә лә, тәүлек әйләнәһенә эшләй. Педиатр Ирина Гөлөс ҡыҙы Мөхәмәҙиева менән Яңы йыл байрамдарында бәләкәс пациенттарҙы нимә борсоуы хаҡында һөйләштек.

– Тәүлек әйләнәһенә иллеләгән кешене ҡабул итәбеҙ. Һәр йәштең үҙ проблемаһы, үҙ ауырыуы, тип әйтер инем. Бәләкәс йәштәге балалар әлеге ваҡытта күпселек һыуыҡ тейҙереп, һалыу менән киләләр. Үҫмерҙәрҙең иһә үҙҙәренең сирҙәре бар. Көн режимы боҙолоу, саманан тыш гаджеттар менән мауығыуҙары арҡаһында баш ауыртыу, хәлһеҙлек, баш әйләнеү кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр, –  ти Ирина Гөлөс ҡыҙы. – Һалыу таралған ваҡытта кеше күмәк ергә йөрөмәҫкә тырышырға, ҡунаҡтарға барыуҙан тыйылып торорға, күберәк ғаилә менән саф һауала йөрөргә кәңәш итәм.

Оҙайлы ялдарҙа халыҡ һаулығы һағында торған табиптарға рәхмәт әйтәбеҙ.

Һәр йәштәге баланың үҙ проблемаһы, үҙ ауырыуы
Һәр йәштәге баланың үҙ проблемаһы, үҙ ауырыуы
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас