Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Табип мөйөшө
5 Мая , 10:07

Тештәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур

Балаларҙы тештәре һыҙламаһа ла  табипҡа күрһәтеп торорға кәрәкме? Йәнә һөт тештәрен дауаламаһаң да була, тигәндәр арабыҙҙа бар...

Тештәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙурТештәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур
Тештәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур

Тештәр – матурлыҡ билдәһе генә түгел. Дөйөм һаулыҡҡа ла нигеҙ булып тора. Йәнә уларҙы бала саҡтан тәрбиәләп тороу, сәләмәтлеген ҡайғыртыу фарыз. Ошо хаҡта Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматологияһы поликлиникаһы табибы Юлиә Анатолий ҡыҙы Савенко менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Кешенең теше ҡасан формалаша башлай?

– Әсә ҡарынында ятҡан сабыйҙың тәүге өс айында тештәр формалаша башлай. Шуға ла, буласаҡ әсәйгә кальцийға бай аҙыҡтар менән туҡланырға, сәләмәтлеген ҡайғыртырға кәрәк. Был осорҙағы хатта тымау менән ауырыу ҙа, тыуасаҡ баланың тештәренә йоғонто яһаясаҡ. Иң тәү сиратта улар яй, оҙаҡ сыға. Һуңынан төрлө ауырыуҙар менән сирләгәндә кариес тиҙ арала барлыҡҡа килә.

– Тештәрҙең “дошман”дары тураһында әйтеп үтһәгеҙ ине.

– Күптәр тәмле-татлы тештәрҙе бөтөрә, тип уйлай. Әммә йәш организмға уларҙы ла ашарға, алтын уртаҡлыҡты һайларға кәрәк. “Дошман”дарға килгәндә инде “Чупа-чупс” кеүек ҡаты тәмлекәстәр, мармеладтар. Һурғыс кәнфиттәр тештәрҙең эмалдәрен ашаһа, мармеладтар тештәргә йәбешеп ҡалып, уларҙы зарарлай. Йәнә был ризыҡтар арҡаһында аллергия барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ашҡаҙан аҫты биҙенә лә зыяны бар.

– Тештәрҙе табипҡа күрһәтеп торорға кәрәкме? Йәнә һөт тештәрен дауаламаһаң да була, тигәндәр арабыҙҙа бар...

– Бала тыуып бер ай үткәс тә, стоматологҡа күрһәтергә кәрәк. Һуңынан, тештәр борсомаһа ла, йылына ике тапҡыр табиптарға күренеү мөһим. Ауырыуҙы алдан алыу еңелерәк. Тештәр менән дә шулай. Йәғни ни тиклем оҙағыраҡ йөрөйһөң, һуңынан дауалауы оҙаҡ та буласаҡ, ауыртасаҡ та. Һөт тештәрен дә шулай уҡ, ваҡытында мотлаҡ тәрбиәләргә, ҡарарға кәрәк. Беренсенән, ғүмерлек тештәр сыҡҡансы, уны дауаламайынса алдан алырға тура килһә, ауыҙ ҡыуышлығының тәбиғи төҙөлөшө үҙгәрә. Икенсенән, тештәр – ашҡаҙан-эсәктәрҙең дөрөҫ эшләүе өсөн дә яуап бирә. Бер нисә генә теш булмаһа ла, сәйнәү ауырлаша һәм аҙыҡ ауыҙҙа тейешле кимәлдә сәйнәлмәйенсә йотола. Был ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә насар йоғонто яһай. Ғөмүмән, ашҡаҙан сирҙәре ул – ныҡлап сәйнәмәйенсә, ашыҡ-бошоҡ ашарға яратҡандарҙың ауыры.

– Тештәргә ҡарап башҡа ауырыуҙар тураһында белеп буламы?

– Әлбиттә. Мәҫәлән, ауыҙҙан насар еҫ килһә, тештәр ауырта тип уйлау ғәҙәткә кергән. Әммә йәнә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән бәйле булыуы ла мөмкин. Тештәр һынып, дауалау ваҡытында онталып торһа, кальций етмәүен аңлата. Ирендәр һәр ваҡыт ярылып йөрөгән кешегә А, В, Е витаминдары етмәүе бар. Шулай уҡ, төкөрөккә ҡарап та балаларҙың ниндәйҙер ауырыу менән сирләүҙәрен аңғарып ҡалырға мөмкин. Был осраҡта ата-әсәләргә башҡа табиптарға күренергә тәҡдим итәбеҙ.

– Һеҙҙең кабинетҡа бәләкәстәр керергә ҡурҡмай. Бының сәбәбе ниҙә икән?

– Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр бит. Утыҙ биш йылға яҡын эшләү дәүеремдә балаларҙың төрлөһөн дә күрергә тура килде. Алдан уҫалыраҡ табип тура килеп, дауалау ваҡытында ауырттырһалар, әлбиттә, улар аҙаҡ аяҡ тибеп ҡаршы торалар. Әммә был осраҡта ла юғалып ҡалмайбыҙ. Иң батыр, оло йөрәкле, матур икәнлеген белгән кеше нисек ауыҙын асырға ҡурҡып ултырһын? Процедура тамамланғас, сәпәкәйләп уларҙы маҡтайбыҙ. Ата-әсәһенә уйынсыҡ алып биреүҙәрен дә һорайым.

– Гәзит уҡыусыға ниндәй теләк-кәңәштәрегеҙ булыр?

– Тештәрегеҙҙе һәр йәштә лә һаҡлағыҙ. Улар ныҡ, матур булһын өсөн рационда ит, балыҡ, емеш-еләк, йәшелсә кеүек аҙыҡтарға өҫтөнлөк итегеҙ. Йәнә ашағандан һуң ауыҙ сайҡатыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Ҡояш та тештәрҙең дуҫы.

Фото интернеттан алынды.

Тештәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур
Тештәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо ҙур
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас