Шоңҡар
+10 °С
Ясно
Табип мөйөшө
12 Сентября , 07:53

Һау тештәр – таҙалыҡ билдәһе

Тештәрҙе матурлыҡ билдәһе итеп ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Аттың ғына түгел, кешенең дә һаулығының  ныҡлығын тап тештәренә ҡарап белергә була. Йәнә уларҙы алдырырға һәм ҡуйҙырырға тура килгән осраҡта ла яҡшы табип осратыуы ла еңел түгел. Өфө ҡалаһының Р. Зорге урамында урынлашҡан 6-сы һанлы стоматология поликлиникаһына йөрөүселәр был йәһәттән табип стоматолог-хирургтарынан уңды. Бигерәк тә, Алмаз Фәнзул улы СОЛТАНОВҡа пациенттар һәр ваҡыт рәхмәтле.

Һау тештәр – таҙалыҡ билдәһеҺау тештәр – таҙалыҡ билдәһе
Һау тештәр – таҙалыҡ билдәһе

Тештәрҙе матурлыҡ билдәһе итеп ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Аттың ғына түгел, кешенең дә һаулығының  ныҡлығын тап тештәренә ҡарап белергә була. Йәнә уларҙы алдырырға һәм ҡуйҙырырға тура килгән осраҡта ла яҡшы табип осратыуы ла еңел түгел. Өфө ҡалаһының Р. Зорге урамында урынлашҡан 6-сы һанлы стоматология поликлиникаһына йөрөүселәр был йәһәттән табип стоматолог-хирургтарынан уңды. Бигерәк тә, Алмаз Фәнзул улы СОЛТАНОВҡа пациенттар һәр ваҡыт рәхмәтле.

– Яҡшы хирург булып тыуалар, тиҙәр. Бала саҡтан табип булырға хыялландығыҙмы?

– Әсәйем Сулпан Шамил ҡыҙын Кушнаренко районы халҡы яҡшы УЗИ эшләгән һәм дөрөҫ диагноз ҡуйырға ярҙам иткән табип булараҡ белә. Шуға ла аҡ халатлы кешеләрҙең тормошо минең өсөн тыуғандан алып таныш ине. Пластилин менән булашырға яраттым.  Бәләкәй моториканы үҫтереү, киләсәктә һөнәремдә уңыштарға өлгәшеү  өсөн был алым ҙур роль уйнағандыр, тип уйлайым. БДМУ-ға тап теш табибы булам тигән хыял-маҡсат менән килдем.

– Стоматолог-хирург теш алыусы тип кенә уйлайҙар? Һеҙҙең яуаплылыҡта тағы ла нимәләр эшләнелә?

-  Имплантация, синус-лифтинг менән даими рәүештә эшләйбеҙ. Тағы ла минең практикамда теште күсереп ултыртыу осрағы ла булды.

– Беҙҙә, ғәҙәттә, оҫта, үҙ эшен белгән уҡытыусылар, табиптар оҙаҡ йылдар эшләгәс кенә тәжрибә туплай, тигән ҡараш йәшәй. “Кит, был йәш кенә табиптан дауаланырға, теш алдыртырға ҡурҡам”, – тип кире боролоп сығып китеүселәр булманы?

– Башта булғыланы. Әммә тәүге эш көнөмдән алып бөгөнгәсә бер тапҡыр килгән пациенттар араһында минең эш сменаһына тура килтереп махсус рәүештә килгәндәре күп. Әлбиттә, тәжрибә йылдар дауамында туплана. Шул уҡ ваҡытта йәш белгестәргә үҫер, өйрәнер өсөн уҡырға мөмкинселектәр ҙә етәрлек. Медицина бер урында ғына тормай тип әйтер инем.

– Нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, кеше теш алдыртырға ҡурҡа. Әммә һеҙҙең янда был ҡурҡыу юғала. Стоматолог-хирург ниндәйҙер психологик алымдар был осраҡта ҡулланамы әллә? 

- Тәбиғәтем менән тыныс кешемен. Пациентты ла тынысландырырға тырышам. Йылы һүҙ йән аҙығы тигәндәрен дә онотмайым. Ауыртыуҙы баҫыусы укол һалыр алдынан уҡ уртаҡ тел табабыҙ. Тешенә, йәки эшләнәсәк операцияға ҡарап хәлде аңлатам. Процедуранан һуң да пациентҡа үҙен һаҡларға, дауаланырға кәрәклеген төшөндөрәм. “Ҡулың еңел. Яралар тиҙ генә төҙәлә”, - тип рәхмәт әйтеп китәләр.

– Эш теш алдырыуға барып етмәҫ өсөн, тештәргә ниндәй тәрбиә кәрәк? Бәлки, ниндәйҙер витаминдар даими эсеп торорға кәрәктер?

– Иң тәү сиратта таҙалыҡ – һау тештәр билдәһе икәнлеген онотмайыҡ. Ашағас та махсус еп ярҙамында тештәрҙе таҙартыу, ауыҙҙы сайҡатыу уларҙың беҙгә оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итеүенә булышлыҡ итә. Йәнә ярты йылға бер тапҡыр, тештәр борсомаһа ла, стоматолог-терапевтҡа күренеү ҙә һеҙҙең файҙаға.

– Бөгөн, остеопороз менән сирләүсе йәштәр һаны артҡандан-арта бара. Иң беренсе сиратта, әлбиттә, уларҙың теше ҡойола башлай. Уларға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?

– Кеше үҙе ашаған ризыҡтан, эскән һыуҙан, һулаған һауанан, үҙенең ғәҙәт-ҡылыҡтарынан тора, тип әйтер инем. Остеопороздың йәшәреүенең төп сәбәбе, әлбиттә, йәш быуындың саф һауала хәрәкәт итергә ашыҡмауынан, төрлө тиҙ әҙерләнеүсе ризыҡтар менән туҡланыуынан, газлы һыуҙар, ҡәһүәне күпләп эсеүенән барлыҡҡа килергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта генетик яҡтан да был ауырыу йәштәрҙе аямай. Ысынлап та, башланғыс осорҙа тештәр һыҙлай, һынып төшә башлай. Был осраҡта кальцийға бай витаминдар ашарға, был ауырыуҙы өйрәнеүсе һәм дауалаусы табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк.

– Насар ғәҙәттәр ҙә тештәрҙең ҡойолоуына килтерәме?

– Әлбиттә. Тәмәке тартҡан кешенең тештәре һарғайғанын беләбеҙ. Пародонтоз кеүек сирҙәргә нигеҙ булып тора. Электрон тәмәкене лә зыянһыҙ тип уйлаусылар яңылыша. Танау, үңәс, ауыҙ ҡыуышлығы яман шештәре барлыҡҡа булышлыҡ итә. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр, бит.

– Әйткәндәй, һеҙҙең үҙегеҙҙе лә спорт менән дуҫ кеше итеп беләбеҙ... 

– Эсмәгеҙ, тартмағыҙ, спорт менән дуҫлашығыҙ, тип аҡыл һатыр алдынан, иң беренсе пациенттарыма үҙем өлгө булырға тейешмен бит. Тренажер залда шөғөлләнергә ваҡыт табырға тырышам. Көн дә иртән йүгерәм.

– Яһалма тештәр – имплант ҡуйыусы булараҡ та оҫта итеп беләбеҙ. Кемдәргә ярай, кемдәргә ҡырҡа тыйыла бындай алым менән тешле булыу?

– Имплантация – хроник ауырыуҙары булғандарға, СПИД, гепатит, беренсе һәм икенсе төркөм шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә тыйыла. Йәнә был эшкә тотонор алдынан һәр пациенттың һаулығы тураһында белешәбеҙ. Ауыҙ ҡыуышлығын компьютер томографияһы ярҙамында тикшерәбеҙ, өйрәнәбеҙ. Күптәр бер көндө килеп тешле булып ҡайталар икән, тип уйлап яңылыша. Яртышар йылға һуҙылған оҙайлы процедура ул. Йәнә замана технологиялары ла бер урында ғына тормай. Шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән махсус курстар үтеү ҙә беҙҙең файҙаға ғына. Мин, мәҫәлән, Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларына белемемде камиллаштырырға йөрөйөм.

– Башҡа коллегаларығыҙҙың яңылышлыҡтарын да хирургия алымы менән төҙәтергә, кеше һаулығын һаҡларға тура киләме?

– Теш һурыу өсөн әллә ни аҡыл да, белем дә кәрәк тип уйлайсылар ҙа табыла. Тештең нервылары туранан-тура мейе күҙәнәктәре менән бәйле. Ҡайһы саҡта теште алалар, әммә уның тамырында ныҡлап урынлашҡан кистаны таҙартырға оноталар. Был осраҡта ул урын ныҡлап шешә башлай, тән температураһы күтәрелергә мөмкин. Йәки стоматолог-терапевт тештең тамырҙарын таҙартҡан, уны дарыу менән тултырған ваҡытта һөйәккә яңылыш керетеп ебәрә. Был ваҡытта ла шешек барлыҡҡа килеүе, дауаланыу тамамланғас та, ауыртыу үтмәҫкә мөмкин. Операция ярҙамында һөйәкте ярып таҙартҡан осраҡтар була. Йәнә теш һурыу – ул  операция тигәнде онотоп ебәреүселәр ҙә табыла. Бер аҙна самаһы спорт менән шөғөлләнмәҫкә, ауыр физик эш эшләмәҫкә, насар ғәҙәттәрҙән ваҡытлыса ғына булһа ла арынып торорға, эҫе мунсанан, душтан баш тартырға кәрәк.

– Яҡшы стоматолог-хирургтарҙы осратыуы еңел түгел. Киләсәктә үҙегеҙ клиника асыу тураһында уйығыҙҙа юҡмы?

– БДМУ-ның ишеген тәүге тапҡыр асып кергәндә үк кешегә ярҙам итеү маҡсатын алға ҡуйҙым. Был донъяла бар нимә лә аҡса менән генә баһаланмай, тип әйтер инем. Эшләгән урыным оҡшай, хеҙмәттәштәремдән уңдым. Ҡалғанын ваҡыт күрһәтер.

Һау тештәр – таҙалыҡ билдәһе
Һау тештәр – таҙалыҡ билдәһе
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас