Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
28 Октябрь 2022, 13:48

Ҡустымдың үлеме төшөмә керҙе

Күргән төшөм дә тыңғылыҡ бирмәй, хәҙер яҡындарым төшкә инһә хәүефләнә башлайым. Ошо төштән һуң ҡурҡыу ҡалды.

Ҡустымдың үлеме төшөмә керҙе
Ҡустымдың үлеме төшөмә керҙе

Ҡустым бәләкәйҙән тиктормаҫ булды. Ҡулынан килмәгән эш юҡ ине. Тик бишле билдәләренә генә тырышып уҡыны. 11 синыфты тамамлағас нефть эше йүнәлеше буйынса уҡырға инде, уҡыу йортон уңышлы тамамлап йүнәлтмә буйынса Себергә эшкә китте. Эшендә бик маҡтаулы булды. Еңел машина алды, фатир алырға аҡса йыя башланы. Әммә ғүмер буйы ашыҡты, хатта тыныс ҡына ултырып ашамай ҙа торғайны. Ҡайҙалыр ашыға, һәр ваҡыт бөтмәҫ эше булды, йүгерҙе лә йүгерҙе. Бар нәмәгә өлгөрөп ҡалырға тырышты. Бер көн килеп ҡустымдың үлем хәбәрен ишеттек. Бер ваҡытта ла ауырымаған, дауаханала ятмаған әзмәүерҙәй 24 йәшлек егеттең үлеме барыбыҙҙы ла шаңҡытты.

Себерҙә ике дуҫы менән фатир ҡуртымға алып йәшәйҙәр ине. Уның үлерен ярты йыл алдан төшөмдә күрҙем. ЙӘй көнө, икебеҙ Һаҡмарҙа һыу инәбеҙ. Бер мәл көслө ел сыҡты, күк йөҙөн ҡара болоттар ҡапланы. Ян-яғыма ҡарайым, ҡустым күренмәй. Ҡысҡырам, эҙләйем... Шул мәл уның батып барғанын күреп ҡалдым. Эргәһенә йөҙөп барырға тырыштым, әммә өлгөрмәнем. Ҡустым һыу төбөнә китте. Ҡурҡып уяндым ул көндө. Был төш ошо мәлдән алып күңелемә тынғылыҡ бирмәне. Ҡустым менән берәй хәл булыр моғайын, тип һиҙемләп йөрөй башланым. Телефон шылтыраһа һиҫкәнә торғайным. Һәм ошо ҡара көн етте. Алты айҙан һуң шылтыратып ҡустымдың үлемен еткерҙеләр. Бергә йәшәгән дуҫтары менән тыуған көнгә саунаға барғандар. Бассейнда һыу ингәндә батҡан. Быға ышанаһы килмәй, сөнки буйы 185 сантиметрлыҡ егет бер нисек тә батып үлергә тейеш түгел ине. Себерҙә ярҙырып алып ҡайттылар. Саунала бергә булған дуҫтары күмешергә килмәнеләр. Шылтыратып ҡайғыбыҙҙы ла уртаҡлашманылар. Бына шул ваҡыт күңелгә шик һалынды ла инде. Йәшәгән фатирҙарына әйберҙәрен алырға барҙыҡ. Ул фатирҙан күскәндәр ине, әйберҙәрен эшенә алып барып ҡалдырғандар. Ҡайҙа йәшәгәндәрен эҙләп ҡараныҡ, тапманыҡ. Шылтыратҡанда телефон алманылар. Полиция ғаризабыҙҙы ҡабул итмәне. Бәхетһеҙ хәл, енйәт эше ҡуҙғата алмайбыҙ, тип яуапланылар.

Ҡустымдың вафатына 2 йыл үтте, йөрәк яраһы һаман уңалмай. Күргән төшөм дә тыңғылыҡ бирмәй, хәҙер яҡындарым төшкә инһә хәүефләнә башлайым. Ошо төштән һуң ҡурҡыу ҡалды.

       

   

Автор:Алия Даутова
 
Сығанаҡ: https://yaikrb.com/news/novosti/2022-09-16/ustymdy-leme-t-sh-m-ker-e-2952326
Автор:
Читайте нас: