Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
19 Август 2022, 17:06

ВКонтакте селтәре туғыҙ йыл башҡорт телендә һөйләшә

2013 йылда башҡорт ирекмәндәре ВКонтакте селтәрен башҡортсаға тәржемә итте.

ВКонтакте селтәре туғыҙ йыл башҡорт телендә һөйләшә
ВКонтакте селтәре туғыҙ йыл башҡорт телендә һөйләшә

2013 йылда башҡорт ирекмәндәре VK сайтын башҡортсаға тәржемә итергә тотондо. Май айында башланған эш август айында беренсе һөҙөмтәләргә иреште. 

Был турала билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағирә һәм тәржемәсе Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдиҡова шулай тип сәхифәһендә яҙҙы:

«ВК интерфейсын башҡортсаға тәржемәләүгә дәррәү тотондоҡ. Эш гөрләй тиергә лә була. ВК-ны башҡортсаға тәржемә итеү - донъя күләмендә башҡорт телен пропагандалау ул. Туған телде бик белмәгәндәрҙең дә башҡорт һүҙҙәренә күҙе өйрәнә, күп тапҡырҙар ҡулланыу арҡаһында иҫендә лә ҡала.

Миңә япон егете Юто Һишияма бөгөн ҡыуанысын белдереп хат яҙҙы, әле ВК интерфейсын татарса ҡарай инем, хәҙер башҡортса ҡарау мөмкинлеген дүрт күҙ менән көтәм тигән».

Ул саҡта Илдар Кинйәбулатов һәм Флүрә Солтанова саҡырыуҙарына яуап итеп егермеләгән ирекмән үҙ көсөн берләштерҙе. Эш һөҙөмтәһендә 2014 йылдың август айында ВК интерфейсы башҡорт телендә һөйләшә башланы. Тәржемәселәр араһында журналистар, уҡытыусылар, википедия ирекмәндәре менән бер рәттән шағир Мәүлит Ямалетдин да, Башҡорт Википедияһының етәксеһе Рөстәм Нурыев та әүҙем ҡатнашты.

«Милләт хаҡына башҡарылған эштең баһаһы сикһеҙ, ул үҙебеҙгә милләт абруйы, ныҡлығы, ҡеүәтләнеүе булып әйләнеп ҡайта», — тип һығымта яһай Гүзәл Ситдикова.

 

Фото: Скриншот страницы в социальной сети ВК

#БашкирскийЯзык #башҡорттеле #башкиры #цифровизация #цифровойбашкир #ВК 

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: