Яҙыусы Лира Яҡшыбаева – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре, әүлиәләре, мәғрифәтселәре тураһындағы әҫәрҙәре менән күптән үҙ уҡыусыларын тапҡан әҙибә.
..Әүлиәләр тураһында яҙыу өсөн дә, бәлки, мин тәғәйенләнгәнмендер. Үҙемә үҙем аптырап ҡуям. Берәй изгебеҙ хаҡында яҙырға кәрәк икән, мин Ер шарын урап сығырға әҙермен. Хажға барҙым, Бохара, Сәмәрҡәнд, Термез яҡтарына бер нисә рәт барҙым. Башҡортостандың мин булмаған төбәге һирәктер. Артабан йылдар буйы ултырып яҙыу, үҙнәшер менән сығарыу... Үҙем генә беләм.
Йәнә беләм, изгеләр тураһында мин үҙем яҙам тип әйтеүселәр булды. Яҙһындар. Күмәк кеше яҙһын, унан тик файҙа ғына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да яҙған кеше юҡ. Әйткәс, эшләргә кәрәк