Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
6 Август 2023, 10:55

Ниңә һеҙҙең факультетҡа уҡырға шул тиклем эркелеп киләләр ул?

Бөгөн бюджет урындарға уҡырға инеүселәрҙең исемлеге билдәле булды. Беҙҙең факультет абитуриенттарының Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса уртаса балы 86 -ға етте. Университет буйынса иң юғары күрһәткестәрҙең береһе был.

Ниңә һеҙҙең факультетҡа уҡырға шул тиклем эркелеп киләләр ул?
Ниңә һеҙҙең факультетҡа уҡырға шул тиклем эркелеп киләләр ул?

Өфө Фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина сәхифәһендә шулай тип яҙған. "... Бөгөн бюджет урындарға уҡырға инеүселәрҙең исемлеге билдәле булды. Беҙҙең факультет абитуриенттарының Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса уртаса балы 86 -ға етте. Университет буйынса иң юғары күрһәткестәрҙең береһе был.

Бер танышым шулай һорай ҡуйғас, үҙем дә уйға ҡалдым... Ысынлап та, милли факультеттар абитуриенттар таба алмай йонсоғанда, йә булмаһа Берҙәм дәүләт имтиханы түбән булғандар иҫәбенә үҙ рәттәрен тулыландырғанда, был һорау бик тә көнүҙәк яңғырай.

Күрәһең, уҡыуҙан тыш, тәрбиәүи сараларға ҙур иғтибар биреүебеҙ, милли мөхит булдырыу факультетҡа белемле, рухлы йәштәрҙе ылыҡтыра.

Һәр студентҡа шәхес итеп ҡарау, уларҙың тормошон йөкмәткеле итергә тырышыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.

"Тап ошо факультетта ғына уҡытҡы килә баламды", - тип торған атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт! Ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ".

Гөлфирә Риф ҡыҙының яҙмаһына бик күп комментарийҙар яҙғандар. Рөстәм Баянов:"Дөп-дөрөҫ.  Уҡытыу ул беренсе мөһим маҡсат булһа, унан да мөһимерәк һәм файҙалыраҡ - тәрбиә биреү ә инде был йүнәлештә һеҙҙең эш күҙгә күренеп тора  Абитуриенттар түгел, хатта үҙемдең дә һеҙҙә уҡығы килеп китә  Ошо факультетта уҡыған һәм быйыл уҡырға ингәндәргә көнсөллөк менән ҡарайым  Үҙҙәренең бәхетле икәндәрен аңлап уҡырҙар тип ышанам  Уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар һеҙгә, Гөлфирә Рифовна", - тип яҙған. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото: Бәйләнештә.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: