Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Телебеҙҙә – көнөбөҙ
7 Август 2025, 16:25

Кем кемде сисендерә?

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: телде һәм милләтте һаҡлау, уны нисек бар шулай килеш киләһе быуындарға тапшырыу һинән, минән тора, туған. Аңлыраҡ, әҙәплерәк булайыҡ. Сисендерешмәйек. Ҡулдарҙы ла төшөрмәйек. Нимәнеңдер дөрөҫ әйтелешен, яҙылышын белмәйһең икән, кәңәшләшәйек, һорашайыҡ. Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп икәнлеген онотмайыҡ.

Кем кемде сисендерә?Кем кемде сисендерә?
Кем кемде сисендерә?

Йәки белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп

Замана үҙгәреп, йәшәйешебеҙ төрлөләнеп, урыны менән алға, урыны менән артҡа киткән саҡта, телебеҙ ҙә бер урында тик тормай. Үкенескә күрә, күп ваҡыт яҡшы яҡҡа түгел. Кеше ашаған ризығынан, һулаған һауанан ғына тормай. Телен, уйын уҡыған, ишеткән нәмәләре лә үҙгәртә.

         Радио тыңлаһаң да, телевизор ҡараһаң да, берәй башҡорт теле уҡытыусыһы менән һөйләшһәң дә әйткәндәре стриптиз һүрәтләгән һымаҡ була ла китә. Ҡапыл ғына: “Кем кемде сисендерә һуң әле?” – тип баш ватып тораһың. Ә иғтибарһыҙыраҡ булһаң: “Фатирҙа йәки ҡунаҡханала, банкоматтан аҡса алып, кемделер сисергәндәр”, - тигән оятһыҙ уйҙар ҙа мейеңә кереп оялауы бар. Балалар баҡсаларындағы, белем усаҡтарындағы ашхана хеҙмәткәрҙәре лә ата-әсәләрҙең карталарын яланғасландырыу менән булышалар икән.

         Ярай, күп һүҙ китапҡа яҡшы. Дөрөҫө нисек була һуң? Сит ерҙә кеше ҡунаҡханаға урынлаша, фатир ҡуртымға ала. Ә банк менән хәлдәр бөтөнләй икенсе. Уны сисендерәм тиһәң дә килеп сыҡмай. Әйләнгән һайын төрлө ташлама, үҙҙәре өсөн ҡулайлы тәҡдимдәре менән халыҡтың үҙен ярыҡ ялғаш алдында ултыртып ҡуя. Ипотека, кредит түләп үҙебеҙ ыштанһыҙ ҡалып барабыҙ түгелме?! Шулай булғас, банк менән банкомат һине сисендереп ҡуя ул.

         Һуңғы ваҡытта башҡорттоң ни рәүешле ҡулы төшә икән тигән дә һорау тыуа башланы. Һәләте юҡ тиһәләр ҙә, ҡулдарын төшөрмәй һаман да йырлап маташҡан йырсы; класының яртыһынан күбеһе БДИ-ны тапшыра алмаһа ла, ҡулдарын төшөрмәйенсә тиҫтә йылдар дауамында уҡытып йөрөгән уҡытыусы тураһында йыш ишетергә, уҡырға тура килә. Был йәнә ағас теллелектең бер касафаты инде. Урыҫтарҙың “опустить руки” йәғни төшөнкөлөккә бирелеү-бирелмәүҙе аңлатҡан фразеологик берәмеген калькалаштырып маташыу. Үҙебеҙҙә кешенең психологик хәлен белдереүсе нығынған һүҙбәйләнештәр юҡмы ни? Бар, әлбиттә. Туған телеңде яратһаң, ябай халыҡ менән күберәк аралашһаң, классик әҫәрҙәр уҡыһаң, һис юғыңда бар ғәм алдында ауыҙ күтәреп һөйләргә, йәки нимәлер яҙырға йыйынғанда фразеологизмдар һүҙлеген алып ҡараһаң, быуа быуырлыҡ варианттарын табырға мөмкин. Мәҫәлән, эшкә һуңлағаны өсөн  хужаһы әрләгәс, танауы төшкән. Ҡатынын алдап дуҫтары янына һыпырта алмағас, балтаһы һыуға төшкән. Гениаль планы килеп сыҡмаһа ла, танауын төшөрмәй. Эше ауыр булһа ла, һыр бирмәй һ.б.

         Йырҙарҙы ла тыныс ҡына тыңларлыҡ түгел. Поезды туҡтатығыҙсы урынына туҡратығыҙсы тип берәү үтенһә, башҡорт йәштәрен бейергә саҡырыусы егеттең ҡыҙҙар башын әйләндермәйҙәр, бәйләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө көндә йыр тексы яҙыусының һәр икенсеһенә телде үҙе лә төплө белгән бер мөхәррир беркетеп ҡуйырлыҡ.

         Һанай китһәң, туҙға яҙмаған хаталарҙы аҙым һайын осратырға мөмкин. Хатта дәреслектәрҙә лә. Унда ҡайһы саҡта диалект һүҙҙәр менән әҙәби тел буталып китә. Йә шыршы ҡапыл ёлкаға әйләнеп балаларҙың башын бутап ҡуя.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: телде һәм милләтте һаҡлау, уны нисек бар шулай килеш киләһе быуындарға тапшырыу һинән, минән тора, туған. Аңлыраҡ, әҙәплерәк булайыҡ. Сисендерешмәйек. Ҡулдарҙы ла төшөрмәйек. Нимәнеңдер дөрөҫ әйтелешен, яҙылышын белмәйһең икән, кәңәшләшәйек, һорашайыҡ. Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп икәнлеген онотмайыҡ.

Кем кемде сисендерә?
Кем кемде сисендерә?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас