

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры кисә Ҡазан тамашасыһын әсир итергә юлланды. Бөгөн Камал театрында Т. Ғарипованың "Бөйрәкәй"е ҡуйыла. Ә артистар, көндөҙөн дә, ҡул ҡаушырып ултырмай. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева Ҡазандағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡорт теленән диктант яҙыусыларға текст уҡыған.
"Өфөлә төрлө урындарға был эш менән йөрөгәнем бар. Шуға ла, тәжрибә етерлек. Ә Ҡазандағы Халыҡтар дуҫлығы йортона юл төшкәндә йыш киләбеҙ. Үткән йылы унда барғанда батыр яугирыбыҙ М. Шайморатов тураһында һөйләнек, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙыҡ. Быйыл, башҡа йылдарҙыҡынан айырылды. Татарстанда йәшәгән, әлеге ваҡытта уҡып, эшләп йөрөгән милләттәштәребеҙ килде һәм беҙ улар менән башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ. Матур, фәһемле, күңелле осрашыу булды", - ти Алһыу Бәхтиева.
Артистарыбыҙға уңышлы сығыш яһап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.