“Барыһы ла үтәнән-үтә күренә... Хатта кәүҙәң бер нисә ҡатлы бинала эсендә ятҡанда ла тышта йондоҙҙар емелдәшеүен, ҡояш яҡтыртыуын тояһың. Әйтерһең дә, күк йөҙө менән икәүҙән-икәү генә ҡалғанһың... Ә йәнең бер ысҡынһа... Ҡайҙа барғың, нимә күргең килә, рәхим ит. Әллә ниндәй ҡатмарлыҡтар менән эшләнгән замана ишектәре аша үтеү суртым да түгел, инкассаторҙың машинаһына ла бер тотҡарлыҡһыҙ инеп була. Хатта алдыңда торған аҡса менән лыҡа тулы сумкалар ҙа һиндә бер ниндәй ҙә тойғо уятмай, һин битарафһың, тормоштағы үтә ҙур күренгән проблемалар үҙ мәғәнәһен юғалта, бөтәһе лә юҡҡа сыға. Бары тик һине иҫләгән таныштарыңдың йылы һүҙҙәре, туғандарың-яҡындарыңдың тиҙерәк аңыңа килеүеңде теләп уҡыған доғалары, Хоҙайҙан ялбарып һорауҙары ғына йәнеңә бөтмәҫ-төкәнмәҫ еңеллек бирә һәм кире ысынбарлыҡҡа алып ҡайта...”
Был фантастик әҫәр яҙырға тотонған икән тиһәгеҙ, төптө яңылышаһығыҙ. Төҙөлөштә осоп төшөп имгәнгән Динар АБДУЛЛИНДЫҢ иҫһеҙ ятҡан ваҡытында күргәндәрен күңелем аша үткәреп, был донъяла барыбер ҙә аҡсаға һатылмаған, алтынға алыштырылмаған мәңгелек ҡиммәттәр йәшәй икән тигән тойғо-кисерештәр солғанышында уның хаҡында мәҡәлә яҙырға уйланып ултырыуым.
ТӨҘӨҮСЕ ТИГӘН ҺӨНӘР БАР...
Беҙҙең йәмғиәттә үҙҙәрен төҙөүсе тип ике ҡатлам кешеләре һанай. Беренселәре – ҡулда ры на бер тапҡыр ҙа тиерлек кирбес, мастерок тотоп ҡарамаған төҙөүсе компанияларҙың етәкселәре. Икенселәре – ҡышын өшөп-туңып, йәйге селләлә янып-бешеп, көҙгө-яҙғы әсе елдә елләнеп, быҫҡаҡ ямғыр аҫтында күшегеп, тир түккән, махсус бирсәткәләр кейеп эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, кирбес саңы һеңеп, баҡыр төҫкә инеп, һөйәл лә неп бөткән ҡуллы, йыш ҡына тәүгеләре тарафынан алданып, кәкре ҡайынға һөйәлеп ҡалған эшселәр.
Халыҡ араһында ла төҙөү селәргә ҡарата фекер-ҡараш төрлөсә. Туғандары, таныштары араһында был һөнәр эйәләре булһа, уларҙыфизик яҡтан ныҡлы, сабыр кеше итеп беләләр. “Фәлән ерҙәге фәлән төҙөлөш майҙанында иҫерек төҙөүсе осоп төшкән” ише яңылыҡтарҙы ишет кән дән һуң әлеге һөнәр тура һында хәбәрҙар булмаған дар ҙың күҙ алдына иһә улар бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә килеп баҫа. Миҫал өсөн бынан ун йыл самаһы элек төҙөүсе булып эш ләгән бер танышымдың һөй ләгән дәрен иҫкә төшөрөп китәйем. Бер төркөм йәш төҙөүселәр эш тән һуң кейем магазинына инә. Йүгереп йөрөп кейем һай лаш ҡан йәш һатыусы ҡыҙҙар тегеләрҙең ҡайҙа эшләүҙәрен белгәс, аптырашта ҡала. “Төҙөүселәрҙе беҙ бер нисә аҙна айнымай йөрөгән, эскәнлеге өс метр йыраҡлыҡтан һиҙелгән, һаҡал-мыйыҡ баҫ ҡан, ҡарауһыҙ әҙәмдәр итеп күҙ алдына кил терә инек”, – ти улар. Көн оҙонона бейектә, ҙур уяулыҡ талап иткән ерҙә, эсеп эшләп йөрөп булмауын, хеҙмәттәштәренең кү беһенең дин юлында йөрөүен, араларында һирәкләп булһа ла осраған, “төшөргөләп” алған ип тәштәрен йә кире бороп ҡай тарыуҙарын, йә вагон-фәлән дә тейешле ҡиәфәткә килгәнсе ял иттереүҙәрен һөйләгәс тә, ышанмай улар.
Ғәҙәттә, төҙөлөштәге иҫерек эшселәр тураһындағы хәбәрҙәр ялған булыуы, кемдеңдер ғәйепте үҙ иңенә алмаҫ өсөн болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп маташыуына ғына ҡайтып ҡала. Ысынлап та, төҙөлөштә им гәнгән йә вафат булған тигән хәбәрҙәр ҡайҙан тарала һуң? Әгәр ҙә “йәшел йылан” менән дуҫла шыу сылар бар икән, төҙөлөш мастерҙары ҡайҙа ҡа рай? Ҡул аҫтындағы эшселәренең һаулығы, ғүмере өсөн улар ҙа яуаплы түгелме ни? Төптән генә уйлап ҡараһаң, был һорауҙарҙың осона сығырлыҡ та түгел һымаҡ.
Асҡын районының йәмле Төй йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡашҡа ауылы егете Динар Абдуллинда физик көс менән рухи ныҡлыҡ бәләкәйҙән үҫешә. Атаһы уларҙы кескәй сағында уҡ ҡалдырып сығып киткәс, Занфирә Ғабдрахман ҡыҙына ике улын яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Мәктәпте тамамлап, юридик колледж дипломына эйә булған Динар башта ике йыл пенсия фондында эшләй, унан бөтөнләй икенсе йүнәлеш буйынса – төҙөлөшкә китергә ҡарар итә. Сөнки, бер ҙән, эш хаҡы икеләтә юғары, икенсенән, көсө, дәр те ташып торған егет бер урында ғына тапанырға теләмәй.
Ун йылға яҡын эшләү дәүерендә ул Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның бер корпусын, Өфөнөң тағы ла бер нисә белем усағын, һигеҙгә яҡын күп ҡатлы йорттар, Архангел, Стәрлебаш райондарындағы район дауаханаларын, Урман ҡасабаһында янғында зыян күреүселәргә өйҙәр, Нуғай, Аҡманай, Зинин ауылдарында, Дим биҫтәләрендә коттедждар төҙөүҙә ҡатнаша. Эштә тилбер, тормошта ысын дуҫ була белгән, шаян, отҡор егет иптәштәре араһында тиҙ абруй яулай. Әйткәндәй, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеүе арҡаһында ул ваҡытынан алда был яҡты донъя менән хушлашмай ҡала ла инде...
2013 йылдың ноябрендә Нуғай ҡасабаһындағы бер төҙөлөштә Динар уйламағанда бәләгә тарый: икенсе ҡаттан башы менән ҡолап төшә, уның артынан өҫтөнә кирбес өйөмө ишелә. Бәләһенән баш аяҡ тип уйлаптыр, төҙөлөш директоры хеҙмәткәрҙәренә тиҙ арала бер ниндәй страховкаһыҙ-ниһеҙ эшләгән эшсеһенең өҫтөндәге махсус эш кейемен систереп, үҙҙәренән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан аулаҡ урынға сығарып һалырға, ә ишелгән кирбесте яңынан өйөп ҡуйырға ҡуша. Әммә Динарҙың иптәштәре етәкселәрен тыңламай, “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, дауаханаға оҙата.
ИКЕ ДОНЪЯ АРАҺЫНДА...
Өфөнөң 22-се дауаханаһына килтерелгән көндө үк егеттең мейеһенә ҡатмарлы операция эшләнә, ә өс көндән муйынына титан пластина ҡуйыла. Был ваҡытта иҫен юғалтҡан Динар бер ай дауамында ике донъя араһында йөрөй, тиһәң, һис тә шаштырыу булмаҫ. Унда егеттең ни күргәндәрен тыңлаһаң, берсә арҡа буйҙарынан һыуыҡ тулҡын йүгергән, берсә сәстәрең үрә торған кеүек була...
“Бер мәл үҙемде аяҡ-ҡулым бәйле көйө подвалда ятам икән тип хис итәм. Тиҙҙән үҙемдең һау ҡалған эске органдарымды алып һатасаҡтарын аңлайым. Шул мәл туған тейешле бер бабайым яҡындарымды саҡыртып, мине эҙләп тапты, был ҡурҡыныс хәлдән ҡотҡарҙы, ә тегеләрҙе ҡулға алдылар...”
Ысынлап та, был мәлдә бәләгә тарыған Динарҙың Мәүлимйән бабаһы уның өсөн ныҡ ҡайғыра. Аңына килеүен теләп, мәсет тупһаһын тапай, ятһа ла, торһа ла тигәндәй, доға ҡыла. Табиптар иһә айға яҡын иҫһеҙ ятып, шул тиклем тән йәрәхәттәре алған егеттең йөрәге шәплегенә хайран ҡала. Хәйер, һуңынан да был хаҡта йыш телгә ала улар. Әллә, ысынлап та, доға ҡөҙрәте табиптарҙы – хаталы аҙымдан, ә Динарҙы үлемдән ҡотҡарҙымы икән?
Киләсәктә булыуы ихтимал хәлдәрҙе егет йәне ҡала “ҡыҙырып” йөрөгәнендә йыш күрә. “Яңы асылырға торған сауҙа үҙәге янында берике подъезлы ғына йорттар ҡалҡып сыҡты, кешеләр йәшәй башланы. Әммә тора-торғас берәүһе “гөрҫ” итеп бушлыҡҡа ишелеп төштө...” Әллә “шәм”дәрҙең, әллә сауҙа үҙәгенең емерелеүе Динарҙың ике донъя араһында бәргеләнгән йәнен шул хәтлем ҡурҡыуға һала, хатта аңына килеү менән кәләше Гүзәлгә шул яҡҡа барып йөрөмәүен үтенә.
“Бер өҫкә “күтәрелгәндә” бөтөнләй икенсе донъяға барып юлыҡҡандай булдым, – тип хәтерләй Динар. – Әлеге Өфө ул. Иҫәпһеҙһанһыҙ ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғыған электромобилдәр йөрөй. Тик ни ғиллә, халыҡ шул хәтлем әҙ күренә һәм ҡәҙимге әҙәм балаларына ла оҡшамаған. Йылмаймайҙар, аҙ һүҙлеләр. Бигерәк тә йөҙ ҙәрендә нур булмауы хәтерҙә ныҡ ҡалған. Шуға ла былар әллә роботтармы икән, тип тә уйланым...”
УНДАЙ ҠАТЫНДАРҒА ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫРЛЫҠ
Яңыраҡ бер оло ғына йәштәге уҡытыусының ауыҙынан: “Йәштәр йыш ҡына, хәҙер батырлыҡ эшләрлек бер ниндәй ҙә мөмкинлек юҡ. Зоя Космодемьянская, Александр Матросовтар уңайлы ваҡытҡа тура килде: үҙ ғүмерҙәрен ҡыйып булһа ла, исемдәрен тарихта ҡалдырҙылар, тип меҫкенләнәләр. Әйтерһең дә, тыныс тормошта оло йөрәкле булып, мәрхәмәтең, изгелегең менән мохтаждарға ярҙам итеп булмай инде. Күрәһең, хәҙерге быуындың арҡыры ағасты буй һалғандарын да бар ғаләмгә күрһәтеп, социаль селтәрҙәге диуарҙарына ҡуйып, үҙҙәре кеүек үк “буш ҡыуыҡ”тарҙан хуплау, маҡтау ишетмәһәләр, күңелдәре булмай. Ә бит батырлыҡ бәләкәй генә эштәрҙән, аҙымдарҙан башлана. Уның хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырмаһаң да, ваҡыты еткәс, беленә, күренә. Юҡҡа ғына, изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер, тимәйҙәр бит”, – тигәнен ишетеп, мин дә был турала бер мәл уйға ҡалған инем.
Нимә һуң ул батырлыҡ? Был киң төшөнсәгә илеңде баҫып килгән дошманыңа ҡаршы башҡарған эштәрең генә һыямы ла, ысынлап та, бөгөнгө көндә батырлыҡ ҡылырлыҡ бер форсат та юҡмы?
Динар менән Гүзәл 2012 йылдың авгусында өйләнешәләр. Яңы ғына нигеҙ һалынған ғаилә тормошо башҡаларҙыҡынан бер яғы менән дә айырылмай. Ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәйҙәр. Гүзәл һатыусы булып эшләй, ә Динар – төҙөлөштә, эш булмағанда маршрут автобусын йөрөтә. Ул көндө Гүзәл һаман да йөрәкһеп, эске бер тулҡынланыу менән иҫләй. Күрәһең, 27 йәшлек кенә йәш кәләштең иңенә төшәсәк хәсрәт-борсолоуҙар әкиәттәге кеүек, Ҡаф тауынан ишелеп төшкән ҡар-боҙ өйөмө шикелле, уратып ала ла йылдар дауамында ебәрмәй тора. Бары тик һынмаҫ-бөгөлмәҫ рухлы һылыуҙың бөт мәҫтөкәнмәҫ өмөтө, күңел йы лыһы ғына был мәхшәрҙе яй лап-яйлап юҡҡа сығара. Әкиәттә, әлбиттә, аҙағы бәхетле тамамлана, яуызлыҡты изгелек барыбер еңә. Ә был тормош тигәнең күпкә ҡатмарлыраҡ шул... Ысын барлыҡта ла барыһы ла шулай яйлап, ҡайһы ваҡытта үҙенәнүҙе еңел генә хәл ителеп, ғәзиз кешеңдең ауыртҡан-имгәнгән ағзаларын шифалы тының, ҡул йылың, наҙлы ҡарашың менән генә дауалап, киренән аяҡҡа баҫтырып булһын ине лә ул!..
Динар иҫһеҙ ятҡанда Гүзәлгә табиптар: “Кеше булырлыҡ түгел, уянһа ла, үҙ аңында булмаясаҡ. Килеп йөрөмә”, – тип күңелен һүрергә, ире тере саҡта уҡ унан баш тартырға өгөтләйҙәр. Әммә йәш ҡатын был сәйер кәңәштәргә ҡолаҡ һалмай, үҙе нисек кәрәк тип уйлай, шулай эшләй, бар нәмәне күңеле ҡушыуы буйынса башҡара. “Теремек, йәп-йәш кеше нишләп ваҡытһыҙ ҡара ер ҡуйынына инеп ятһын ти? Уянасаҡ, үҙ аңында ла буласаҡ!” – тип ҡабатлай уның аңы.
Башта һәр көн реанимация ишеге төбөн тапаған йәш ҡатындың ныҡышмаллығына аптыраусылар ҙа, был алйот тағы килгән тип, сикәләренә бармаҡтарын ҡуйып, бороп күрһәтеүселәр ҙә табыла. Әммә тора-бара медицина хеҙмәткәрҙәре күңелендә уға ҡарата һоҡланыу, ихтирам той ғо һо уяна. Беренселәрҙән булып реанимация бүлеген йыйыштырыусы бер апай ярҙам ҡулы һуҙа. Зәңгәр күҙле егеттең кәләше икәнен белгәс: “Тиҙ арала махсус матрас килтер”, – тип кәңәш итә.
Баҡһаң, үҙ вазифаһына ҡағылмаһа ла, был апай иҫһеҙ ятҡан пациенттарҙың күҙ төптәрен һөртөп, ирендәрен сылатып йөрөгәндә Динарҙың зәңгәр күҙҙәрен иҫендә ҡалдыра. Гүзәл махсус түшәк йүнләп килтергәнсе, егеттең аяҡ-ҡулдары, арҡаһы ныҡлап боҙолоп өлгөргән була. Динар оҙайлы йоҡонан һуң күҙҙәрен асҡас та, табип уның үҙ аңындамы-юҡмы икәнлеген тикшерер өсөн, унан үҙенең исем-шәрифен һорай һәм, дөрөҫ яуапты ишеткәс, шаҡ ҡата. Баҡһаң, егет аңына алданыраҡ килә, күҙҙәрен асып, һөйләшерлек хәле булмаһа ла, барыһын да ишетеп ята. Шулай ул Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың береһен төҙөгәндә осоп төшөп үлгән (айыҡ килеш!) иптәшенең һәләк булыуын да белә.
“Минең бында оҙаҡлап ятырға ваҡытым юҡ. Кейемдәремде бирегеҙ ҙә, эшкә киттем”, – тип шаяртып ятырға көс тапһа ла, хәле ныҡ ауыр була Динарҙың. Саҡ ҡына һөйәлтеп ултыртырға тырышһалар ҙа, иҫен юғалта: һул яҡтан баш, муйын һөйәктәренең һыныуы шулай кире тәьҫир итә. Өс ай тирәһе дауаханала ятҡандан һуң да Динарҙың хәле үҙгәрешһеҙ ҡала тиерлек. Етмәһә, ҡайһы ваҡытта өйҙә ниндәйҙер шәү ләләр күреүе тураһында һөйләп, кәләшен илар сиккә еткерә, хатта төндәрен аш-һыу бүлмәһенә лә яңғыҙ сығырға ҡурҡа. Бер мәл Динар сит телдә бер һөйләм әйтә, быны, эргәмдә ғәрәп телендә һөй ләшәләр, тип аңлата. Ысынлап та, ул уҡыусы сағында ғәрәп теле түңәрәгенә йөрөгән булған.
“Былай икәүҙән-икәү генә көн күрһәк, хыялыйға әйләнергә лә күп ҡалмаҫ тип, атай-әсәйемдәр янына, Ҡырмыҫҡалы районының Мырҙа ауылына алып ҡайттыҡ. Дөрөҫөрәге, шул ваҡыттан алып беҙҙе атайым килеп ала, унан кире килтереп ҡуя инде”, – ти ул, ире имгәнгәндән һуң ғаиләһе өсөн иң ауыр, һынауҙар тулы йылдарҙы иҫләп.
Хәйер, 2013 йылдан бирле ирен тәрбиәләү, хәлен еңеләйтеү өсөн ғүмеренең иң матур миҙгелдәрен биргән Гүзәлгә донъя көтөүе әле лә еңелдән түгелдер. Ҡуртымға алынған фатирҙа, иренең пенсияһына әҙ генә өҫтәлеп уны ҡараған өсөн түләнгән аҡсаға йәшәргә мәжбүр улар бөгөн. “Эш урынында ауыр йәрәхәтләнгән эшсеһенә төҙөлөш компанияһы ярҙам итмәйме ни?” – тип һорарығыҙҙы белеп торам. Юҡ икән шул. Дөрөҫлөктө юллап әллә нисә суд тупһаһын тапаһалар ҙа, ғәҙеллектең эҙенә төшә алмайҙар. Йөҙ мең һум компенсациянан баш тартып, исмаһам, үҙегеҙ төҙөгән ерҙән бәләкәй генә йорт йә фатир бирегеҙ, тигән үтенестәренән һуң, компания вәкиле: “Бөгөн торлаҡ һораһаң, иртәгә машина кәрәк тиерһең. Етеш тормошта йәшәгең килә икән, бар, сыҡ та эшлә”, – тип Гүзәлгә бармаҡ янап китергә лә оялмай. Өс йыл түшәктә ятҡан, хәҙер инвалид коляскаһында ултырырға мәжбүр булған ирен нисек, кем ҡулына ҡалдырып эшкә сыға алһын инде?
Былай ҙа мөмкин булғанын да, мөмкин булмағанын да үҙ иңендә күтәрергә тура килә хужабикәгә. Башта Динарҙың хәлен табиптар, түшәктә генә ятасаҡ, тип фаразлаһа ла, Гүзәлдең төрлө тупһалар тапап, реабилитация үҙәктәренә юлламалар алып йөрөтөүе, тәрбиәләүе бушҡа китмәй. Ҡул бармаҡтары хәрәкәтһеҙ булһа ла, кәләше теге йәки был йомош артынан йө рөгәндә һауыт-һабаны ла йыуа, үҙе өсөн махсус ҡулай лаш тырылып алынған иҙән таяғы менән иҙәнде лә һөртөп ала. “Ултыра башлағас, үҙең ҡалаҡ то топ ашарға өйрәнәһең, тип ҡаты торҙом, – ти Гүзәл. – Бер мәл Ҡырымда шифаханаға бар ғанда беҙҙең кеүек дауаланырға килгән ғаилә менән таныштыҡ. Динарҙыҡы һымаҡ диагнозлы ир ҡалаҡ та күтәрмәй, ҡатынына һа лышып ултыра. Ә ҡатыны унан башҡа береһенән-береһе бәләкәй өс балаһын ҡарап өлгөрә. Ул ғына ҡулыңдан килерлек бит, ниңә шуның өсөн дә бәлә һалаһың, тим. Өндәшмәй генә үпкәләп ҡарап ултыра. Ҡайһы саҡта шулай ҡатыраҡ булырға ла тура килә инде. Бөркөт тә бит, балаһының осор ваҡыты еткәс, уны ҡаянан төртөп тө шөрә...”
Тәү ҡарашҡа иркә генә, бер ниндәй ҙә ыҙа-ауырлыҡ күрмәй йәшәгән ҡатын-ҡыҙ һымаҡ күренһә лә, Гүзәлдең инә бөркөт кеүек оло йөрәкле, барыһына ла тешен ҡыҫып түҙә белгән сабыр гүзәл зат икәнлеген таныштары белә, һоҡлана. Тағы ла уның тоғролоғона иҫтәре китеп (бигерәк тә ир заттары араһында) аптыраусылар ҙа юҡ түгел. Тап ошо тоғролоҡ, намыҫ, выжданлыҡ төшөнсәләре менән батырлыҡ дәүмәлдәре үлсәнмәйме икән?
ЮҠТЫРҺЫҢ ДА... ЙӘКИ ҺУҢҒЫ ҺҮҘ УРЫНЫНА
Бер-береһенә холоҡтары, тормошҡа булған ҡараштары менән тап килгән парҙарҙы беҙҙең халыҡта силәгенә күрә ҡапҡасы, тиҙәр. Динар менән Гүзәлде лә бер ҡамырҙан әүәләнгән пар тип әйтергә була. Улар икеһе лә тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеп, барыһына ла тыныс ҡына ҡарарға һәм, иң мөһиме, бар ауырлыҡтарҙы ла иңгә-иң терәшеп үткәрергә күнеккән.
Әлбиттә, йәшләй генә, яңы ғына ғаилә ҡорған мәлдә, ире ошо хәлгә тарып, эшенән матди ярҙам түгел, йыуатыу һүҙе лә ишетмәгән Гүзәлдең Аллаһы Тәғәләгә рәнйеп, балауыҙ һыҡҡан мәлдәре лә әҙ булмай. “Динар менән компания директоры бер йылғылар. Ул рәхәтләнеп, типтереп, бер ел-ямғырһыҙ ғына, балалар үҫтереп йәшәп ята. Өҫтән ҡул һуҙыу сы ла ры булғас, эше лә майланған арба тәгәрмәселәй алға бара. Элек, ниндәй гонаһтарыбыҙ өсөн бындай яза бирҙең, тип Хоҙайға үпкәләп илаған ваҡыттарым булһа ла, хәҙер күңелемдән ул әҙәмде кисерҙем инде. Аллаһы Тәғәләгә һәр кемгә күтәрә алырлыҡ һынауҙар бирә”, – ти күҙҙәренән бына-бына тәгәрәп төшөргә торған күҙ йәштәрен ҡапыл ғына эскә йотоп.
Электән ҡасан – ысынын, ҡасан шаяртып һөйләгәнен дә ҡапыл ғына аңлап булмаған Динар бөгөн дә юморға бай. “Һаулығығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ, ғүмерегеҙҙең һәр мәлендә-минутында үҙегеҙҙең, яҡын дарығыҙҙың тормошон яҡшыртыу өсөн тырышығыҙ. Тормош – ул серле йомғаҡ. Ҡасан, ҡайһы яҡҡа тәгәрәрен, нисә градусҡа боролорон белеп булмай. Төҙөлөштә эшләгәндәр иһә телдән төҙөлгән килешеүҙәргә ышанмаһын, – тип кәңәш бирә ул. – Ә мин ҡасан да булһа аяҡҡа баҫһам, Гүзәлемде ҡулымдан төшөрмәй күтәреп кенә йөрөтәсәкмен...