Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2022, 09:57

Өфөнөң «Кашҡаҙан» паркында сығарылыш кисәһе үтте

Байрам 25 июндә баш ҡала мәктәптәренең 4853 уҡыусыһы өсөн ойошторолдо.

Өфөнөң «Кашҡаҙан» паркында  сығарылыш кисәһе үтте
Өфөнөң «Кашҡаҙан» паркында сығарылыш кисәһе үтте

Байрам 25 июндә баш ҡала мәктәптәренең 4853 уҡыусыһы өсөн ойошторолдо. Был хаҡта Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Уларҙың меңдән ашыуы - ҡаланың Октябрь районы мәктәптәренән. «Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсында сығыш яһаған йондоҙҙар яҡшы кәйеф бүләк итте. Паркта оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, фотозоналар эшләне.

Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, профилле математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар араһында 93-сө физика-математика лицейын тамамлаусылар Федор Исраил һәм Леонид Финаревский. Быйыл улар математика буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының аҙаҡҡы этабында призерҙар булды. Физика һәм информатика буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ла бер нисә тапҡыр еңеү яулағандар.

Фото: Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: