Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь 2022, 14:07

Картуф һәм йәшелсә үҫтергән үҙмәшғүлдәргә ярҙам программаһы эшләй башлай

Йәшелсә һәм картуф етештереүсе үҙмәшғүлдәрҙе субсидиялау программаһын тормошҡа ашырырға кәрәк, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Картуф һәм йәшелсә үҫтергән үҙмәшғүлдәргә ярҙам программаһы эшләй башлай
Картуф һәм йәшелсә үҫтергән үҙмәшғүлдәргә ярҙам программаһы эшләй башлай

1 ғинуарҙан башлап үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән граждандар йорт янындағы һәм баҡса участкаларында үҫтерелгән һәм һатылған картуфҡа һәм йәшелсәгә субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Орлоҡ етештереүселәр һәм һатыусылар, шулай уҡ картуф һәм йәшелсәләр һатыусылар ярҙамға иҫәп тота ала.

Бынан тыш, үҙмәшғүлдәр өсөн орлоҡ һатып алыуҙы аванслау күҙ уңында тотола: продукцияны эшкәртеүсе һәм граждан контракт төҙөй, уңышты һатҡандан һуң дәүләт эшкәртеүсегә орлоҡ һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентын ҡаплай.

Йәшелсә һәм картуф етештереүсе үҙмәшғүлдәрҙе субсидиялау программаһын тормошҡа ашырырға кәрәк, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров. - Халыҡҡа уның тураһында һөйләргә кәрәк. Программа 1 ғинуарҙан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, әммә был ваҡытҡа уларҙың ҡайҙа һәм нимә ултыртыласағын аңлауы мөһим.

Фото: https://loon.site/

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: