Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2022, 19:27

Мәскәүҙәге һабантуй Башҡортостандан алыҫта йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы йыйҙы

Рәсәйҙең баш ҡалаһындағы һабантуй иң ҙур байрамдарҙың береһенә әүерелде, унда төрлө милләт халҡы күңел асты.

Мәскәүҙәге һабантуй Башҡортостандан алыҫта йәшәгән  ватандаштарыбыҙҙы йыйҙы
Мәскәүҙәге һабантуй Башҡортостандан алыҫта йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы йыйҙы

Мәскәүҙә, «Коломенское» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә, дөйөм ҡала һабантуйы уҙҙы. Сарала Башҡортостандан делегация ла булды. Уның составына Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, район хакимиәттәре башлыҡтары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары инде.

Һабантуй программаһында - башҡорт артистарының сығышы, милли уйындар, «Бәйге» спорт ярыштары, конкурстар, бүләктәр уйнатыу һәм йәштәр дискотекаһы. Сарала Башҡортостандың рәсми брендтары күрһәтелде, кейеҙ баҫыу, башҡорт балаҫын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, халыҡ художество кәсептәре изделиелары йәрминкәһе ойошторолдо. Ике сәхнәлә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм сәнғәт оҫталары сығыш яһаны, улар тамашасыларға халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен тәҡдим итте.

Тәүге тапҡыр Мәскәүҙә һабантуй 1996 йылда уҙҙы. Ике тиҫтә ярым йыл эсендә уның масштабы һәм популярлығы һиҙелерлек артты.  Рәсәйҙең баш ҡалаһындағы һабантуй иң ҙур байрамдарҙың береһенә әүерелде, унда төрлө милләт халҡы күңел асты.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-02/sabantuy-v-moskve-sobral-tysyachi-uchastnikov-zhivuschih-vdali-ot-bashkirii-2861371

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: