Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2022, 19:39

Үҫмерҙәргә ҡайҙан эш эҙләргә?

Республика менән идара итеү үҙәге эшкә урынлашырға теләүсе үҫмерҙәргә кәңәш бирҙеләр.

Үҫмерҙәргә ҡайҙан эш эҙләргә?
Үҫмерҙәргә ҡайҙан эш эҙләргә?

Мәҫәлән, республика менән идара итеү үҙәге белгестәре әйтеүенсә, эшкә 14 йәштән урынлашырға мөмкин, ләкин ата-әсәләрҙең береһенең һәм опека органдарының ризалығы менән. Ә 15 йәше тулған  үҫмер уҡыуҙан буш ваҡытта  үҙ аллы килешеү төҙөргә хоҡуҡлы. 16 йәштән  - Рәсәй Хеҙмәт кодексы ҡарашынан тулы хоҡуҡлы граждан.

14 йәшкә тиклемге үҫмер кинола йәки театрҙа эшләргә, концерттарҙа, цирк тамашаларында һәм спорт ярыштарында ҡатнаша ала. Бында шулай уҡ ата-әсәләрҙең ризалығы кәрәк.

Үҫмерҙәргә зарарлы йәки хәүефле хеҙмәт шарттарында производствола, ер аҫты эштәрендә һәм вахта ысулы менән эшләргә ярамай. Шулай уҡ эш биреүселәр уларға һынау ваҡыты билдәләргә, командировкаға ебәрергә, ауыр күтәрергә, эштән һуң ҡалырға һәм матди яуаплылыҡ тураһында килешеү төҙөргә хоҡуҡлы түгел.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: