

Ул көндө Эрзурум провинцияһында йәшәгән 44 йәшлек Фатих Илхан кәзә көтөргә киткән. Кисен малдар көтөүсеһеҙ ҡайтҡас, ирҙең туғандары полиция саҡыртҡан. Көтөүлеккә юлланған полицейскийҙар Илхандың ботарланған кәүҙәһенә тап булған. 100 метр өҫтәрәк пулянан үлгән айыу ятҡан. Шунда уҡ көтөүсенең мылтығын тапҡандар.
Полиция хеҙмәткәрҙәре айыу көтөүлеккә килгәс, Илхан уға атҡандыр тип фаразлай. Шулай ҙа яраланған йәнлек көтөүсегә һөжүм итеп өлгөргән. Илханды ботарлаған. Ирҙең 5 балаһы етем ҡалған.
Төркиәнең барлыҡ территорияһында көрән айыуҙар йәшәй. Һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны шаҡтай артҡан, һәм ауыл халҡы өсөн был ҡырағай йәнлектәр ҡурҡыныс менән янай башлаған. Тайыштабанадарҙы ауылдар ғына түгел, ҡала ситтәрендәге ресторандар янында ла күрәләр. Унда улар аш-һыу еҫенә алданып килә.